Ҡасан ғына әле Егәҙе хакимиәтенә ҡараған Ѳмѳтбай ҙа юҡҡа сығып барған ауылдар исемлегендә була. Ауылда эш, мәктәп, барыһын да бер ергә туплап торған мәҙәниәт йорто булмағанлыҡтан, үҙ бәхетен ситтә табырға теләүселәр күбәйә. Ул һәм ҡыҙҙарын ҡырға оҙатҡан ауыл да шул арҡала яйлап бөтә, һүнә бара. Бәхеткә күрә, бында ла тыуған төйәгенең киләсәге ѳсѳн битараф булмаған, уны һаҡлап ҡалыу ѳсѳн янған ауылдаштар табыла. Улар тырышлығы менән 2008 йылдарҙа ауыл яңынан күтәрелә, тергеҙелә башлай. 2017-2018 йылдар араһында ғына ауылға 6 кеше күсеп ҡайта, күптәр ата-әсәһенән ҡалған йорттарын тѳҙѳкләндереү эшенә тотона. Ауылдаштар араһында сәм, илһөйәрлек тойғолары уятыу өсөн “Ауылыңды һаҡлау өсөн һин ниндәй өлөш индерҙең?”, “Ѳмѳтбай ѳмѳткә бай”, “Тыуған ауылыңа ярҙам ит”, “Ѳмѳтбайҙың киләсәге бай” тигән һүҙҙәр яҙылған бик күп лозунгтар эленә. Мәҙәниәте булмаған ауылдың киләсәге өмөтһөҙ булыуын да яҡшы аңлай өмөтбайҙар. Шуға күрә, 15 йыл самаһы элек янып юҡҡа сыҡҡан клуб урынына кемдер килеп яңыһын тѳҙѳп бирер тип, булмағанды көтөп ултырмай улар. Ауылдың иң әүҙем лидерҙары идеяһы менән күмәкләшеп иҫке өй һатып алалар һәм уны клуб итеп төҙөкләндерәләр. Бергәләшеп шифер һатып алып, өмә яһап, буласаҡ клубтың ҡыйығын яңырталар, мейес сығаралар. Ҡатын-ҡыҙҙар обой йәбештереп, ҡорғандар тегеп элә. Клубтың эргә-тирәһе лә кәртәләп алына, ихатаһына спорт майҙансығы эшләнә. Шулай итеп, күмәк көс, тырышлыҡ менән байрамдар үткәреү, йыйылышып кәңәшләшеү, ялға ҡайтҡан йәштәрҙе бергә туплау ѳсѳн уртаҡ йорт булдырыла. Бөгөн бында клуб мөдире лә, клуб өсөн яуаплы кеше лә юҡ. Барыһын да ауылдаштар үҙ контролендә тота. Шуға ҡарамаҫтан, клубта күрше ауылдарҙан килеп концерт та күрһәтәләр. Әлеге ваҡытта ауыл хакимиәте башлығы Ринат Радик улы Яныбаев Өмөтбай, Баҡый ауылдарына ярты ставкаға булһа ла клуб мөдире штатын булдырыу мәсьәләһен хәл итеү ниәте менән йөрөй.
2013 йылда Өмөтбайҙа Кирәй-ҡыпсаҡ ырыуы йыйынын уҙғарыу ҙа ҡайһы бер мөһим проблемаларҙы хәл итергә ярҙам итә. Был йыйынға Шишмә, Ишембай, Ғафури, Бөрйән, Белорет райондарынан, Силәбе өлкәһенән бик күп вәкилдәр килә. Шул ваҡытта түңәрәк өҫтәл артында ҡабул ителгән ҡарарҙарҙың күбеһе хәл ителгән дә инде. Мәҫәлән, ауыл эсендә күпер төҙөү, Тары, Егәҙе йылғаларының күперҙәрен яңыртыу, иҫкергән электр линияларын алыштырыу, Егәҙе-Ѳмѳтбай араһындағы юлды ремонтлау пландары уңышлы тормошҡа ашырыла. Әле өмөтбайҙар 2020 йылда икенсе тапҡырға уҙғарыласаҡ ошондай уҡ йыйынға пландарын барлай, кәңәшләшеп фекер төйнәй.
Бѳгѳн Өмөтбайҙағы 22 хужалыҡта бөтәһе 36 кеше йәшәй. Ауылдаштар күпләп мал аҫрап, ҡош-ҡорт үрсетә, ҡортсолоҡ менән шѳғѳлләнә. Тик ауылдың ситтә ятыуы арҡаһында табыш, килем алыу өсөн үҙең үҫтереп тәрбиәләгәнде һатыуға сығарыуы ғына ауырға төшә. Бында юлһыҙлыҡ мәсьәләһе лә ҡамасаулыҡ тыуҙырған етди проблемаға әйләнә. Бөгөн өмѳтбайҙарҙың, халыҡсан итеп әйткәндә, сей елкәһенә тейгән иң кѳнүҙәк мәсьәләләрҙең береһе ул юлһыҙлыҡ. Ауыл эсенән үткән 1 саҡрым 200 метр юлдың айырыуса 700 метрҙай самаһы бигерәк тә яҙ, кѳҙ айҙарында үтеп сыҡҡыһыҙға әйләнә. Шул арҡала, машиналарҙы ауыл осонда ҡалдырып, ҡалған яғына бѳтә әйберҙәреңде елкәңә аҫып, йәйәү тәпәйләргә тура килә. Ѳмѳтбай-Егәҙе юлын Белорет юл ремонтлау-тѳҙѳлѳш идаралығы таҙартып торһа ла, бында ла проблема бар: Егәҙе йылғаһы аша һалынған күперҙең ҙур техникаға иҫәпләнмәүе арҡаһында юл таҙартыусылар ауылға 6 саҡрымдай етмәйенсә кире боролорға мәжбүр.
Материалдың тулы вариантын гәзиттең 92-се һанында уҡығыҙ.