Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
6 Декабрь 2018, 19:40

Радий Хәбиров эш сәфәре менән Белоретта

Республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Фәрит улы Хәбиров эш сәфәре менән беҙҙең районға килде. Иң тәүҙә ул Тирлән ауылы халҡының шатлығы менән бүлеште һәм «Планета» физкультура-һауыҡтырыу комплексын асыуҙа ҡатнашты. Быға тиклем ауылда спорт менән шѳғѳлләнеү ѳсѳн урын булмағанлыҡтан, балалар мәктәптең спорт залына ғына йөрөй ине. 30 млн. һумлыҡ объект «Башнефть» компанияһының хәйриә ярҙамы иҫәбенә тѳҙѳлдѳ. 2017 йылда тѳҙѳлә башлап, әле файҙаланыуға тапшырылған комплекста тренажер, гимнастика залдары, сисенеү бүлмәһе һәм медицина ярҙамы күрһәтеү кабинеты бар. Шулай уҡ унда еңел атлетика, баскетбол, лапта, каратэ секцияларын асыу ҙа планлаштырылған.

Республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров үҙенең эш сәфәре барышында Белорет металлургия комбинатына ла барҙы. Республика етәксеһенә иң тәүҙә комбинат музейына экскурсия ойошторҙолар һәм элек, бѳгѳн етештерелгән продукциялар ассортименты менән таныштырҙылар. Артабан Радий Фәрит улы күп сүсле канат етештереү ҡорамалын сафҡа индереү сараһында ҡатнашты. Проекттың дөйөм хаҡы 500 миллион һумдан ашыу. Аҡсаның яртыһын Рəсəй сəнəғəтте үҫтереү фонды бүлһә, ҡалған өлөшөн комбинат үҙ иҫəбенə ҡаплаған. Продукция тау рудаһы, нефть эшкəртеү сəнəғəте, суднолар һəм күперҙəр төҙөүҙə киң ҡулланыла.
Яңы проектты тормошҡа ашырыуға ярашлы, 60 кешегә эш урыны булдырылған. Уларға 40 мең һум самаһы эш хаҡы түләнәсәк, тип вәғәҙәләнә.
Артабан Радий Фәрит улы ауыл халҡы менән осрашып, уларҙы борсоған проблемалар менән ҡыҙыҡһынды. Тирләндәр юл, транспорт, ағас әҙерләү мәсьәләләре буйынса мѳрәжәғәт итеп, ауылда күп функциялы мәҙәни үҙәк тѳҙѳүҙә ярҙам да һораны. Ауылда XX быуат башында уҡ тѳҙѳлгән ағас бина башта сиркәү була, артабан клуб булараҡ эшләй башлай. Бѳгѳн был бина иҫкергән һәм уға ҙур ремонт талап ителә. Радий Хәбиров урманды вәхшиҙәрсә ҡырҡыуҙы туҡтатып, ағас әҙерләүселәргә үҙҙәренән һуң урманды тергеҙеүҙе талап итте. Был күпмелер ваҡытты алыр, әммә барыһын да тәртипкә һалырбыҙ, тине ул. Етәксе ауылда мәҙәниәт үҙәген тѳҙѳү һәм уның киләсәктә мѳһим социаль объект булыуын иҫәпкә алып, ярҙам итергә әҙер булыуын белдерҙе һәм муниципаль район хакимиәте башлығына халыҡ менән ныҡлап кәңәшләшеп, ҡайҙа, нимә тѳҙѳргә теләүҙәрен белешергә, буласаҡ тѳҙѳлѳш ѳсѳн кәрәкле документтар әҙерләргә ҡушты. Владислав Миронов Тирләндә мәҙәни үҙәк тѳҙѳү яҡынса 70 млн һумға баһаланыуын белдерҙе.
Республика етəксеһе район-ара перинаталь үҙəк эшмəкəрлеге менəн дə танышты. Ул ауырлы һәм бала тапҡан ҡатындарға медицина хеҙмәте күрһәтеү, дауалау учреждениеһындағы кадрҙар мәсьәләһе менән ҡыҙыҡһынды. Радий Фәрит улы әсәйҙәр менән әңгәмәләшеп, перинаталь үҙәктең эшмәкәрлеге хаҡында уларҙың фекерҙәрен дә белеште. Белоретта тәүге бала табыу йорто 1938 йылда тѳҙѳлә. 1997 йылда уның базаһында районара перинаталь үҙәк булдырыла.
Медицина учреждениеһы күрше Бөрйəн, Əбйəлил, Учалы райондарының ҡатын-ҡыҙҙарын һәм яңы тыуған сабыйҙарҙы хеҙмəтлəндерə.
2008 йылда ҡалала 100-ҙән ашыу койкаға иҫәпләнгән яңы бала табыу йорто тѳҙѳлә.
Бѳгѳн Белорет перинаталь үҙәге хаҡында бары тик ыңғай фекерҙәр генә әйтергә булалыр, сѳнки буласаҡ әсәйҙәр ѳсѳн бында бѳтә шарттар ҙа булдырылған, заманса ҡорамалдар һәм аппараттар ҙа күптәрҙе кѳнләштерерлек, медицина хеҙмәткәрҙәре лә үҙ эшенең оҫтаһы. Ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһында социаль хеҙмәткәрҙәр һәм психологтар медик-социаль ярҙамы күрһәтә, ғаиләне планлаштырыу кабинеты эшләй. Врачтар бригадаһы районға ла сығып, консультациялар бирә, ярҙам күрһәтә. Шулай ҙа район-ара перинаталь үҙәктең баш врачы Фәнил Фаил улы Латипов әйтеүенсә, үҙәктә кадрҙарға ҡытлыҡ бар. Анестезиолог, неонатологтар етешмәүе лә һиҙелә.
Йәш белгестәрҙе эшкә саҡырыу ѳсѳн бѳтә алымдар ҙа ҡулланыла тиергә була. Мәҫәлән, ҡуртымға торлаҡ алыусы белгестәргә 14 мең һум аҡса бүленә. Бынан тыш башҡа тѳрлѳ социаль ташламалар ҙа яһала.
Читайте нас: