Йәмәғәт советы рәйесе Иван Лавренов уҙған йылда планға индерелгән бѳтә эштәр ҙә тормошҡа ашырылды тип белдерҙе һәм советтың эшен ҡәнәғәтләнерлек тип билдәләне. Ул йәмәғәт эшмәкәрҙәре ҡатнашҡан мѳһим сараларҙы телгә алды. Совет вәкилдәренең, “Гражданин һәм полиция” акцияһына ярашлы, Белорет районы буйынса эске эштәр бүлегенең подразделениеларын тикшереү ҙә ыңғай роль уйнай. Бѳгѳн рейд барышында асыҡланған етешһеҙлектәрҙең барыһы ла бөтөрөлгән. Йәштәр араһында наркоманияны иҫкәртеү буйынса алып барылған саралар ҙа әһәмиәтле булған.
2019 йылға ҡабул ителәсәк пландарҙы тикшереү барышында советтың дөйөм эш йүнәлеше билдәләнде. Ғинуар айында шәхси мәсьәләләр буйынса халыҡты ҡабул итеү ойоштороласаҡ. Февралгә бүлек хеҙмәткәрҙәренең дин әһелдәре менән осрашыуы планлаштырылған. Мартта, яҙғы каникул ваҡытында, үҙеңде өйҙә, урамда һәм юлда дөрөҫ тотоу ҡағиҙәләре буйынса балалар менән сара уҙғарыласаҡ.
Йәмәғәт советы составына ла үҙгәрештәр индереләсәк. Алты йыл совет ағзаһы булып һаналған Иван Лавренов был эшмәкәрлекте ҡалдырыуын белдереп, үҙ вәкәләтен “Белорецкий рабочий” гәзитенең баш мөхәррире Людмила Денисоваға тапшырҙы. Был тәҡдим бер тауыштан хуплау тапты. Бынан тыш, ҡаланың Свято-Троицк храмы священнигы Василий Шакин менән Белорет почтамты начальнигы, юрист Андрей Гревцев совет ағзаһы булырға теләк белдерҙе.
Йыйылыш һуңында намыҫлы хеҙмәте, йәмғиәт һәм полиция араһындағы мөнәсәбәттәр үҫеше өсөн Иван Лавреновҡа Белорет районы буйынса эске эштәр бүлеге начальнигы Ришат Баймырҙиндың Рәхмәт хаты тапшырылды.