Белорет үҙәк район клиник, Нефтекама ҡала, Учалы үҙәк ҡала, Дүртөйлө һәм Туймазы үҙәк район, Октябрьскийҙың 1-се ҡала дауаханалары, шулай уҡ Аҡъяр, Асҡар, Асҡын, Архангел, Баҡалы, Баймаҡ, Балтас, Бәләбәй, Благовещен, Оло Ыҡтамаҡ, Бүздәк, Борай, Бөрйән, Үрге Йәркәй, Дәүләкән, Йәрмәкәй, Иглин, Ҡалтасы, Кушнаренко, Мишкә, Саҡмағош, Шаран, Языков, Яңауыл үҙәк район дауаханаларына тиҙ ярҙам машиналарының асҡыстары тапшырылды. Бынан алда республиканың башҡа ҡала һәм район дауаханаларына 23 ашығыс медицина ярҙамы автомобиле оҙатылғайны.
- Беҙҙең өсөн был мөһим ваҡиға. Белорет районы майҙаны буйынса иң ҙур һәм таулы райондарҙың береһе. Бер яңы һәм ике ҡулланыуҙа булған автомобиль районыбыҙҙың Тирлән, Үрге Әүжән участка дауаханаларына оҙатылды. Һәр Белорет кешеһе өсөн тиҙ ярҙам хеҙмәте, ысын мәғәнәһендә, тиҙ булырға тейеш, - тине муниципаль район хакимиәте башлығы Владислав Миронов.
Ошо көндәрҙә муниципаль район хакимиәте башлығы Владислав Миронов һәм район дауаханаһының баш врачы Евгений Кустов Сосновка амбулаторияһында, Рысыҡай фельдшер-акушерлыҡ пунктында булды, һаулыҡ һаҡлау учреждениелары эшмәкәрлеге менән танышты, хеҙмәткәрҙәр менән аралашты.