Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
14 Ғинуар 2019, 19:26

Металл етештереүҙә үҫеш күҙәтелә

Белорет металлургия комбинаты 2018 йылда машиналар эшләү, авиатөҙөлөш, төҙөлөш тармаҡтары өсөн үҙ продукцияһын күберәк һатыуға иреште.

25 процентты тәшкил иткән иң ҙур үҫеш машиналар эшләүҙә, авиатөҙөлөштә файҙаланылған пружина һәм беркетеү изделиелары өсөн ҡулланылған үҙенсәлекле сымдарға тура килә. Төҙөлөш тармағын төрлө тимер-бетон конструкциялар һәм сетка эшләү өсөн файҙаланылған һалҡын килеш деформацияланған арматура менән тәьмин итеү - 23 процентҡа, тимер-бетон конструкцияларға тәғәйенләнгән түбән углеродлы тимерсыбыҡ - 15 процентҡа, беркетеү изделияларын яһауҙа ҡулланылған калибрлы прокат һатыу 12 процентҡа артҡан. Төҙөлөш өлкәһендә кәрәкле арматура сеткаһын һатыу иһә 5 процент тирәһе күбәйгән.
2018 йылдың 12 айы эсендә комбинат йәмғеһе 465 тоннаға яҡын продукцияһын ғәмәлгә ашырған.
Читайте нас: