Законда ҡоро ағас иҫәбенә ерҙә ятҡан ағастың олон-тамырҙары, ботаҡтары, сыбыҡтар, ҡороған ағастарҙың ботаҡ-сыбыҡтары, тубырсыҡ, төрлө бөжәк, тумыртҡаның эшмәкәрлегенән ҡалған ҡалдыҡ-боҫтоҡтар, ҡар һындырған ботаҡтар, эшкәртелеп бѳтѳлмәгән ағастар инә тип күрһәтелгән.
Яңы закон буйынса рәхәтләнеп, бер ҡайғыһыҙ ҡоро утын йыйырбыҙ тип уйлағайныҡ. Тик үҙгәреш әллә ни ҡыуаныслы булмағанға оҡшай. Талап буйынса, ҡоро-һарыны йыйып ҡына алырға тейешһең. Ағасты бысырға, балта менән сабырға тейеш түгелһең икән. Йәғни, эргәңдә, ҡулыңда бер эш ҡоралы ла булырға тейеш түгел. Ҡороған ағасты төртөп, һөйрәп йығырға ла рөхсәт ителмәй. Бынан тыш, урманға барыр алдынан, иртәгә ҡоро утынға барам тип, мотлаҡ лесникты иҫкәртергә кәрәк, тиҙәр. Буш ҡул менән серегән ағас артынан йә иһә ҡоро ботаҡ һындырыу ѳсѳн генә кемдең урманға барғыһы килер икән? Ботаҡ-сатаҡ, серек ағас менән ѳй йылытып буламы? Был бит йомшаҡ йәйеп, ҡатыға ултыртыу, йәғни ҡоро ағас алырға рөхсәт итеп, халыҡтан бушлай урман таҙарттырып ҡалыу ѳсѳн махсус эшләнгән кеүек була түгелме, тип аптыраусылар ҙа күп. Рəсəй Дəүлəт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров был һорауҙарға асыҡлыҡ индерҙе. - Элек йығылған ағастарҙы алып ҡайтыр өсөн район үҙəгенə барып рөхсəт алырға кəрəк ине. Ҡағиҙә боҙған осраҡта штраф һалынды. Коррупция ла сəскə атты, аҫтан һатыу ҙа булды. Хəҙер яңы законға таянып, ҡоро ағасты иркен рəүештə алырға мөмкин. Эйе, һүҙ ҙә юҡ, бында ике яҡлы файҙа күрергә була. Урман да таҙарып ҡала, яңғын хәүефһеҙлеге лә кәмей, сѳнки иң тəүҙə ҡороған ағас яна башлай, унда-бында туҙып ятҡан ѳйѳмдәр урманды үткеһеҙгә әйләндерә, техникаға ҡамасаулыҡ тыуҙыра. Икенсе яҡтан, утынға мохтаждарға мәшәҡәт кәмей.
Уҙған йылдың 26 декабрендə Башҡортостан Республикаһының Урман хужалығы министрлығы райондарға ҡоро ағасты йыйыу тəртибе тураһында хат ебəргəн. Əммə унда дөрөҫ булмаған мəғлүмəттәр булған. Урман хужалығы министры менəн һөйлəшеп, был хатты кире алдылар. Һəр кем ҡоро ағасты алыу мөмкинлегенə эйə. Бының ѳсѳн бер кемдəн дə ризалыҡ һорарға, лесникты алдан иҫкәртеп йѳрѳргә кəрəкмəй. Урман хужалығының да рөхсəте мотлаҡ түгел. Айырым участкаларҙа ғына түгел, бөтөн урмандарҙа ла ауған ҡоро ағасты алырға мөмкин, бының ѳсѳн бер ниндәй ҙә сиклəү юҡ. Əммə диләнкәгә инергə ярамай. Урманға балта, бысҡы, хатта бензин менəн эшлəгəн бысҡы ла алып барырға, ҡоро ағастың олонон да, ботаҡтарын да алырға була. Сөнки улар янғын хəүефе тыуҙыра, - тип яуап бирҙе депутат.
Əгəр ҙə был йәһәттән ниндәйҙер ҡаршылыҡтар тыуһа, Өфө ҡалаһы, Цюрупа урамы, 17 адресы буйынса Зариф Байғусҡаров исеменә хат ебәрергә мѳмкин.