Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
22 Ғинуар 2019, 12:06

Урман хужалығы министры - Белоретта

Ошо көндәрҙә республиканың урман хужалығы министры Марат Шәрәфетдинов (һүрәттә уртала) эш сәфәре менән райондың урмансәнәғәт предприятиеларында булып китте.

Эш сәфәренең тәүге яртыһында урман хужалығы министры бөгөнгө көндә республикала иң ҙур, үҫешкән ағас әҙерләү һәм эшкәртеү предприятиеларының береһе - “Селена” урман эшкәртеү компанияһы” йәмғиәтенең эшкәртеү майҙансығы менән танышты. Предприятие ағасты республиканың Белорет, Бөрйән һәм Әбйәлил райондары биләмәләрендә урынлашҡан урман участкаларын ҡуртымға алыуҙың ете килешеүе нигеҙендә үҙләштерә.
- Производствоны модернизациялау бар талаптарға яуап биргән ағас эшкәртеү продукцияһын етештереү мөмкинлеген бирә, - тине “Селена” урман сәнәғәте компанияһы етәксеһе Владимир Канибер.
- Пеллет етештереү республиканың урман ресурстарын комплекслы файҙаланыу схемаһын ҡулланыуға булышлыҡ итәсәк. Был яңы линияның эше төбәк өсөн ҙур экологик әһәмиәткә эйә, сөнки ағас эшкәртеү производствоһы ҡалдыҡтарын иҡтисади әйләнешкә йәлеп итеү юлдары аса, - тине министр пеллет линиялары менән танышҡандан һуң.
Икенсе объект - Тимер юл ауылында урынлашҡан “Башлеспром” компанияһының производство базаһы. Бында Марат Шәрәфетдинов производство цехтары менән танышты, ағас эшкәртеү линияларын ҡараны. Шулай уҡ ҡуртымға алыусыларҙың урманды тергеҙеү буйынса һорауҙарына яуап бирҙе.
- Быға тиклем министрлыҡ урман участкаларын ҡуртымға алыусыларҙан урманды яңынан тергеҙеү планын үтәүҙе талап итһә, хәҙер иһә атҡарылған эштәрҙең сифатына айырым иғтибар бүләсәкбеҙ. Быйыл ағас культураларын тергеҙеү һәм урман майҙандарына күсереп ултыртыу күпкә артасаҡ. Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығын билдәләүгә ярашлы, хеҙмәт коллективтары һәм йәмәғәтселек вәкилдәре ҡатнашлығында урманды тергеҙеү буйынса күләмле акциялар үткәреү ҡаралған, - тине Марат Искәндәр улы.
Эш сәфәре барышында урманды законһыҙ ҡырҡыуҙы булдырмау буйынса ла һорауҙар ҡаралды. Урман хужалығы министры белдереүенсә, был маҡсатта Әүжән, Тирлән, Белорет һәм башҡа райондарҙың урман хужалыҡтары урмандарын файҙаланып, 1,5 млн. гектар дөйөм майҙанда космос мониторингы үткәреләсәк.
Көндөң икенсе яртыһында урман ведомствоһы етәксеһе йомшаҡ япраҡлы урмандарҙы эшкәртеү һәм файҙаланыу буйынса производство урынлаштырыуға майҙансыҡтар ҡараны. “Башлеспром” компанияһына ингән төркөмдәр һәм “Инйәр урманы” учреждениеһының производство базалары менән танышты.
Читайте нас: