Инйәр янғын хеҙмәте ҡарамағында - Инйәр, Асы, Йөйәк ауыл хакимиәттәренең 25 ауылы. Төпкөл ауылдар - Айыс, Мулдаҡай, Ғәбдөк “саҡырыуҙың нормативҡа тап килмәгән биләмәләре” категорияһына ҡарай. Янғын һүндереү, ашығыс медицина ярҙамы һәм башҡа хеҙмәттәр ваҡиға урынына 20 минутта барып етергә тейеш булһа ла, был ауылдарға сәғәттән ашыу ваҡыт үтә. Элемтә бәйләнешенең, юлдарҙың насар булыуы ла кире роль уйнамай ҡалмай.
Бөгөн янғын һүндереү хеҙмәте - Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы составындағы ҙур оператив хеҙмәт. Ул хәүеф тураһында сигнал алыу менән ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе, янғынды туҡтатырға, кеше ғүмерен ҡотҡарырға ашыға. Бар көстө янғынды иҫкәртеү эшенә, утты тиҙ арала һүндереүгә, авария-ҡотҡарыу эштәрен башҡарыуға йүнәлтә. Республиканың авария-ҡотҡарыу хеҙмәтенә ҡараған Инйәр часы быйылдан янғынға ҡаршы хеҙмәткә ҡарай. Ниндәй генә ведомство ҡарамағында булһа ла, утты ауыҙлыҡлау, халыҡты янғын сығыу хәүефенән ҡурсалау частың төп бурыстары булып тора.
Халыҡ араһында даими иҫкәртеү эштәре алып барылыуға ҡарамаҫтан, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Инйәр төбәгендә сыҡҡан янғындар күп ғаиләне йорт-ҡаралтыһыҙ ҡалдырған. 2017 йылда был төбәктә 13 янғын теркәлһә, 2018 йылда иһә 3 осраҡҡа күберәк. Янғындар күбеһенсә Инйәр ауыл хакимиәтенә ҡараған ауылдарҙа сыҡҡан. Ут менән һаҡ эш итмәү, электр үткәргестәренең, ҡорамалдарының төҙөк булмауы, ғөмүмән, кеше вайымһыҙлығы - янғын сығыуҙың төп сәбәбе. Йорт хужаларының торлаҡтарына электр үткәргестәрен, ҡорамалдарын үҙҙәре йә иһә осраҡлы кешеләрҙәң үткәртеүе янғынға тәүге аҙым. Был осраҡта, әлбиттә, матди хәлебеҙҙе лә беренсе урынға ҡуябыҙ.
Бер нисә районда үлем осраҡтары менән тамамланған фажиғәләрҙән һуң, элекке республика Башлығы Рөстәм Хәмитов ҡушыуы буйынса, аҙ тәьмин ителгән, имен булмаған ғаиләләрҙең йорттарына янғынды иҫкәртеүсе ҡорамал бушлай ҡуйыла башланы. Был профилактик сара 2016 йылдан алып барыла. Ошо ваҡыт эсендә 40 меңгә яҡын ғаилә махсус ҡоролма менән тәьмин ителгән. Һөҙөмтәләр һиҙелерлек. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса идаралығы хеҙмәткәрҙәре профилактик рейдтар барышында ҡоролмаларҙың төҙөклөгөн тикшерә. Беҙҙең районда ла социаль хәүеф хәлендә һәм аҙ тәьмин ителгән күп балалы ғаиләләрҙең йорттарына бушлай автоном аппарат ҡуйыу дауам итә. Инйәр төбәгендә генә үткән йылда янғын һүндереү часы хеҙмәткәрҙәре белгестәр, урындағы хакимиәт вәкилдәре менән берлектә күп балалы 29 ғаиләгә янғынды иҫкәртеүсе ҡорамал ҡуйған. Яңы йыл алдынан имен булмаған ғаиләләр һәм ололар йәшәгән 71 йорт тикшерелгән, 297 кеше янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләре менән таныштырылған. Был йәһәттән хакимиәт вәкилдәре, эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәре һәр ваҡыт ярҙамға килергә әҙер. Инйәр төбәгендә янғынды иҫкәртеүсе аппараттар артабан да ҡуйыласаҡ.
Инйәр янғын часы хеҙмәткәрҙәре юл-транспорт ваҡиғаларында ла зыян күреүселәргә тәүгеләрҙән булып ярҙамға ашыға. 2017 йылда - 10, ә 2018 йылда 8 авария урынына сыҡҡандар. Автомобилдәрендә ҡыҫылып ҡалғандарға ярҙам итә янғын һүндереүселәр. Бының өсөн хеҙмәт ҡарамағындағы “ГАЗель” машинаһы зыян күреүсегә тәүге ярҙам ҡорамалдары менән тулыландырылған. Авария-ҡотҡарыу инструменттары ла бар. 2013, 2015 йылғы “Урал” янғын һүндереү машиналары хеҙмәттең - төп көсө. Элекке “ЗИЛ”дарға 2,5 тонна һыу һыйһа, хәҙерге техника 6 тонна һыу һыйҙырышлы. Был хеҙмәттең эшен ике тапҡырға еңеләйтә тиерлек.
Бөгөнгө көндә янғынға ҡаршы республика хеҙмәтенә ҡараған Инйәр часында 21 кеше эшләй. Улар араһында оҙаҡ йылдар намыҫлы эшләгән хеҙмәткәрҙәр ҙә, йәштәр ҙә бар. Хеҙмәттә 3 вакант урын. Янғын һүндереүсе булырға теләгәндәр Инйәр базаһында - 2 ай, Өфөләге уҡыу пунктында 3 ай буйына күнекмәләр үтә, тәжрибә туплай. Янғын һүндереү часы хеҙмәткәрҙәренең барыһы ла тын алыу аппараты менән ҡулланыуға рөхсәт алған. Инйәр янғын хеҙмәте менән оҙаҡ йылдар Рәил Хисмәтуллин етәкселек итә. Ябай һүндереүсенән хеҙмәт начальнигы вазифаһына тиклем еткән, талапсан етәксе Рәил Рәшит улының бында эшләүенә лә быйыл 25 йыл.
- Янғын часында 4 смена, һәр сменала 5-әр хеҙмәткәр эшләй. Сменаның өлкән дежурныйы, ике янғын һүндереүсеһе, ике водителе була. Егеттәр үҙ эштәренең оҫталары. Кәрәк саҡта һалҡын ҡанлы, кәрәк икән - йомшаҡ та була белгән хеҙмәткәрҙәр тупланған Инйәр часында. Оҙаҡ йылдар намыҫлы хеҙмәт юлы үткәндәр менән бергә йәштәр ҙә атлай. Водителдәр Евгений Павлович Кислов, Радик Нәжип улы Аҙнабаев, янғын һүндереү хеҙмәте начальнигы урынбаҫары Илфат Хәйретдин улы Шаһисолтанов тиҫтә йылдан ашыу янғын хеҙмәтендә эшләй. Уларҙан йәштәр ҙә, хеҙмәт юлын бер нисә йыл элек кенә башлағандар ҙа ҡалышмай. Тәжрибәле бүлексә командиры Руслан Сәмсетдиновты, Фәнзил Хәликовты, Сабир Сәлиховты, йәштәрҙән Раян Усмановты, Алмас Солтановты, Илнур Мораҙымовты, Евгений Задорожныйҙы ла тик маҡтау һүҙҙәре менән генә билдәләргә булыр ине. Әйткәндәй, 2018 йыл һөҙөмтәләре буйынса Руслан Салауат улының сменаһы (Е.Кислов, Е.Задорожный, И.Мораҙымов) - “Иң яҡшы дежур смена”, ә смена хеҙмәткәре Евгений Задорожный “Иң яҡшы янғын һүндереүсе” тип табылды, ғөмүмән, һәр смена үҙен тик яҡшы яҡтан ғына күрһәтә һәм уңыштарға өлгәшә. Хеҙмәткәрҙәргә утты ваҡытында ауыҙлыҡлау, төрлө иҫкәртеү сараларында ҡатнашыуҙан, янғын ҡағиҙәләрен теүәл үтәүҙе контролдә тотоуҙан тыш, йәмәғәт бурыстары ла йөкмәтелгән. Үҙ көсөбөҙ менән янғын һүндереү часын ремонтланыҡ, фасадын яңырттыҡ. Быуатҡа яҡын тарихы булған бина ла яңы төҫ алды. Хәҙер техника өсөн йылы бина, хеҙмәткәрҙәр өсөн уңайлы эш урындары булдырылған. Оҙаҡ йылдар намыҫлы эшләп, хаҡлы ялға киткән хеҙмәткәрҙәрҙе лә оло хөрмәт менән иҫкә алабыҙ. 2018 йылда водителебеҙ Хәлил Хәйҙәр улы Ағзамовты хаҡлы ялға оҙаттыҡ. Эшебеҙ янғын һүндереүҙән генә ғибарәт түгел, әлбиттә. Мәктәптәрҙә “Асыҡ ишектәр көнө”ндә балаларға янғын һүндереүсе һөнәренең мөһимлеген аңлатабыҙ, техника менән таныштырабыҙ. Урманлы төбәк булғанлыҡтан, ҡурсаулыҡ менән берлектә халыҡ араһында аңлатыу эштәре алып барабыҙ, лекциялар уҡыйбыҙ, уҡыу-күнекмәләр үткәрәбеҙ. Оҙаҡламай ташҡынға ҡаршы әҙерлек эштәре башланасаҡ, - тине начальник вазифаһын башҡарған Рәил Рәшит улы.
Эйе, янғын һүндереү эше еңелдән түгел, ә шулай ҙа утты ваҡытында ауыҙлыҡлар, ғүмерен аямай утҡа-һыуға ташланырҙай ир-аттарыбыҙ бар саҡта күңел тыныс. Тик үҙебеҙгә лә һәр ваҡыт уяу булырға кәрәк. Бурҙан ҡала, уттан ҡалмай, тигән әйтемде иҫтән сығармаһаҡ ине.