Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
1 Февраль 2019, 12:42

Халыҡ менән осраштылар

Абҙаҡ ауыл хакимиәтендә Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаттары Айнур Илгиз улы Бейембетов менән Зәки Арслан улы Әлибаев халыҡты ҡабул итте.

Абҙаҡтар уларға үҙҙәрен борсоған тѳрлѳ һорауҙар менән мѳрәжәғәт итте. Уларҙың күбеһе ауыл урамдарын яҡтыртыу, газ индереү мәсьәләләренә ҡағылды. Бигерәк тә ауыл мәктәбенә һәм фельдшер-акушерлыҡ пунктына зәңгәр ут индереүҙә ярҙам һораусылар күп булды. Тау саңғыһы үҙәге булараҡ бѳтә илдә танылыу алған Абҙаҡтың курорт зонаһы булыуын белдергән баннерҙары булмауына, халыҡтың элек-электән урман-тауға йѳрѳгән юлдарын ял йорттарының кәртәләп алыуына, ауыл уртаһынан үткән үҙәк юлда видеокүҙәтеүҙәр булмауына, “Потенциал-Недра” ойошмаһының тирә-яҡты бысратыуына ризаһыҙлыҡ белдерҙе абҙаҡтар. Гәзит битендә газға түләү буйынса бѳтә нескәлектәрҙе аңлатып мәҡәлә биреүҙәрен, ауыл халҡы эскән һыуҙы берҙәм лаборатория аша тикшертеп буламы тип һораусылар ҙа булды. Бѳгѳн ауылда йәшәүселәрҙең күбеһе ѳсѳн ер участкаһы алып, йорт һалыу мәсьәләһе кѳнүҙәк булып тора. Шуға ла был йүнәлештә ярҙам һораусылар ҙа байтаҡ. Урман фондындағы ерҙәрҙе муниципалитет милке итеп күсереү, яңы тѳҙѳлѳп ятҡан балалар баҡсаһының проекттары менән халыҡты таныштырыу кеүек үтенестәр ҙә яңғыраны.
Читайте нас: