100 йыл элек Рәсәй Эшсе-крәҫтиән хөкүмәте менән Башҡортостан Хөкүмәте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйыла. Бер быуат элек теркәлгән ваҡиға тотош илдең артабанғы үҫеш йүнәлешен билдәләй. Башҡортостан миҫалында башҡа милли республикалар барлыҡҡа килә һәм федерализм үҫешенә нигеҙ һалына. Әлеге ваҡиғаның әһәмиәтен күҙ уңында тотоп, Рәсәй Президенты Владимир Путин 2016 йылда Башҡортостандың 100 йыллығын тотош ил күләмендә билдәләү тураһындағы Указға ҡул ҡуя.
Оло юбилей уңайынан Башҡортостанда ҙур байрам тантаналары үтте. Тарихи көн менән республика халҡын Рәсәй Хөкүмәте рәйесе Дмитрий Медведев тәбрикләне. «Һеҙҙең боронғо төбәк бай тарихҡа эйә. Дүрт быуат ярымдан ашыу Башҡортостан үҙ яҙмышын Рәсәй менән бәйләгән. Үҙ ирке менән ҡушылыу беҙҙең ил өсөн оло әһәмиәткә эйә булды, уның дәүләтселеген нығытырға ярҙам итте. Ә 1919 йылда беренсе милли автономиялы республика тип иғлан ителеп, федератив мөнәсәбәттәрҙе нығытыуҙар ҙур роль уйнай.
Башҡортостан үҙенең юбилейын юғары ҡаҙаныштар менән ҡаршылай. Уның һәр береһе артында миллионлаған кешенең таланты, энергияһы һәм маҡсатҡа ирешеүсәнлеге ята. Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, яңы уңыштар, именлек теләйем», - тиелә Рәсәй Хөкүмәте рәйесе Дмитрий Медведевтың ҡотлауында. Бер быуатлыҡ юбилей уңайынан республика халҡын шулай уҡ Рәсәйҙең мәҙәниәт министры Владимир Мединский, бынан тыш Коми, Саха-Яҡут республикалары, Силәбе, Пенза өлкәләре, Приморье крайы губернаторҙары һәм башҡалар ҡотланы.
Башҡортостан халҡын күркәм юбилей менән тәбрикләргә Федерация советы рәйесе Валентина Матвиенко, Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров, күрше Татарстан республикаһы Президенты Рөстәм Миңлеханов, федераль министрлыҡ һәм ведомство етәкселәре, Дәүләт Думаһы депутаттары ла килде. Шулай уҡ, республиканың оло тантанаһына төрлө төбәк етәкселәре, губернаторҙар ҙа саҡырылды. Ҡунаҡтар араһында төрлө илдәрҙең илселәре, консулдары, йәмәғәтселек вәкилдәре күп булды. Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров республиканың бер быуатлыҡ юбилейына арналған тантаналы йыйылыштағы сығышында ошо хаҡта һөйләне.
«Был - илебеҙ өсөн дөйөм байрам. Башҡортостан Рәсәйҙең терәк төбәге булып тора. Башҡортостандың күп быуын вәкилдәре үҙҙәренең ватандаштары менән бер рәттән Тыуған илебеҙҙе дошмандан һаҡлаған, билдәле төҙөлөштәрҙә хеҙмәт иткән, ҡалаларҙы, ауылдарҙы тергеҙгән, завод-фабрикалар төҙөгән. Яҡташтарыбыҙҙың хәрби батырлыҡтарын онотмайбыҙ, улар араһында 278 Советтар Союзы Геройы бар. Халҡыбыҙҙың тырыш хеҙмәте менән аграр төбәктән илдең сәнәғәт тармағы үҫешкән алдынғы республикаларының береһенә әүерелдек. Бөгөн беҙ Башҡортостандың үтеп барған 100 йыллығына «рәхмәт» әйтәбеҙ. Яңы 100 йыллыҡты асабыҙ, Башҡортостандың икенсе быуатын сәләмләйбеҙ! Ул республика һәм дөйөм йортобоҙ - Рәсәй өсөн «алтын быуат» булырына ихлас ышанабыҙ! Был тиҫтәләрсә юғары технологиялы предприятиелар булыр, республика үҙенең мәктәптәре һәм университеттары менән ғорурланыр. Беҙ юғары технологиялы медицина үҙәктәре менән ғорурланырбыҙ, уларҙа оҫта табиптар уникаль операциялар эшләр, беҙгә Израиль, Швейцария һәм башҡа көнбайыш дәүләттәренән пациенттар дауаланырға килер. Ә Континенталь хоккей лигаһында Гагарин кубогын уҙғарырғамы, юҡмы икәнлеге тураһында уйлана башларҙар, сөнки «Салауат Юлаев» күп йылдар буйына ошо кубокты алыр. Иң мөһиме, республикабыҙ йәмле һәм уңайлы булһын, халҡыбыҙ Башҡортостанда йәшәүе менән ғорурланһын, «Беҙ үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ» тигән принцип буйынса йәшәһен. Беҙгә республиканың икенсе 100 йыллығының тәүге биттәрен яҙыу бәхете тейҙе. Уға башыбыҙҙы ғорур күтәреп, таҙа күңел һәм изге уй-теләктәр менән аяҡ баҫабыҙ. Байрам менән, ҡәҙерле дуҫтар! 100 йыллыҡ юбилейың менән, тыуған республикам. Алға, Башҡортостан!», - тине Радий Хәбиров.
Тантаналы йыйылыштан һуң, республиканың 100 йыллығына арналған ҙур концерт үтте. Тамашала билдәле яҡташтарыбыҙ Асҡар Абдразаҡов, Роберт Юлдашев, Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле һәм башҡа сәнғәт оҫталарының сығыштары урын алды. Был көндө республикабыҙҙың быуатлыҡ юбилейы район-ҡалаларҙа ла киң билдәләнде. Өфөлә үткән байрам тантанаһында Асы ауылының «Еңгәләр» фольклор ансамбле лә сығыш яһаны. Улар БСТ-ның иртәнге «Сәләм» тапшырыуында республика тамашасыларын тантаналы байрам менән ҡотлау бәхетенә иреште.