Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
2 Апрель 2019, 17:37

Матур үтте тантаналы сара

Башҡортостан Республикаһы ойошторолоуға 100 йыл тулған мәртәбәле көндәрҙә, ҡала Мәҙәниәт һарайында «Тыуған илем - Башҡортостан» исеме аҫтында бай йөкмәткеле сара уҙҙы.

Һәүәҫкәр йырсыларҙың, «Вдохновение», «Веснушки», «Сарафан» бейеү коллективтарының «Уралым» прологы менән асылып киткән күркәм байрамды иң элек муниципаль район хакимиәте башлығы Владислав Геннадьевич Миронов тәбрикләне.
- Бөгөнгө көндә беҙҙең һәр ҡайһыбыҙҙың төп бурысы - хеҙмәтебеҙ арҡылы атайсалыбыҙҙы йәшәү өсөн бар уңайлыҡтары булған үҫешкән территорияға, шулай уҡ үҙенә саҡырып, ылыҡтырып торған туристик үҙәккә әйләндереү. Төйәк халҡына хас булдыҡлылыҡ, ташып торған дәрт-дарман, маҡсатлылыҡ кеүек сифаттар артабан да Башҡортостаныбыҙҙың сәскә атыуына үҙ өлөшөн индерер, - тине ул ҙур ышаныс менән.
Өфө ҡунағы, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Аппаратының Сәнәғәт, эшҡыуарлыҡ, тәбиғәтте файҙаланыу, туризм һәм мәғлүмәт технологиялары буйынса Департамент директоры Юрий Васильевич Тюленев, Иҙел башы халҡын олуғ байрам айҡанлы ҡотлап, төбәк башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса, бер төркөм хеҙмәт алдынғыларына юбилей уңайынан сығарылған «Башҡортостан Республикаһы ойошторолоуға 100 йыл» тигән миҙалдар менән бүләкләне. Был мәртәбәле наградаға оҙаҡ йылдар райондың мәҙәниәт бүлегенә етәкселек иткән, Башҡортостан Респ у б л и к а һ ы н ы ң атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Зәлифә Әғләмова, Инйәр ауыл хакимиәтенең ветерандар ойошмаһы рәйесе Насир Әлибаев, Хеҙмәт Даны орденының тулы кавалеры Ғайсар Аҫылғужин, Белорет металлургия комбинатының ветерандар ойошмаһы рәйесе, «Белорет ҡалаһы алдында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» хөрмәт билдәһе эйәһе Сергей Болонин, хәтһеҙ йылдар Туҡан участка дауаханаһы менән етәкселек иткән Вячеслав Елизарьев, Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры Валерий Коробов, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған хоҡуҡ белгесе, Эске эштәр министр лығының Белорет районы буйынса бүлегенең ветерандар ойошмаһы рәйесе Анатолий Кузнецов, Башҡортостандың атҡаҙанған табибы Юрий Ларионов, 17 йыл дауамында Сермән ауыл хакимиәте башлығы вазифаһын намыҫлы атҡарған Белорет районы һәм ҡалаһының хөрмәтле ветераны Солтан Сиражетдинов (һүрәттә), Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы, оҙаҡ йылдар Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһында етәксе йөгөн тартҡан Зөбәржәт Суфьянова лайыҡ булды.
Тантаналы өлөштән һуң ойошторолған ҙур байрам концертынан иһә һәр тамашасы рухи күтәренкелек, иҫ киткес дәрт-дарман, моң, матур тәьҫораттар менән байып ҡайтты.
Читайте нас: