Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
12 Апрель 2019, 16:28

Бөтәһе лә - контролдә

Ошо көндәрҙә муниципаль район хакимиәте башлығы Владислав Миронов эш сәфәре менән Ғәбдөк, Йөйәк һәм Инйәр ауылдарында булды. Сәфәрҙең маҡсаты - һыу баҫыу ҡурҡынысы янаған ауылдарҙы ҡарап, ундағы хәл-торошто баһалау.

- Ғәбдөктә Инйәр йылғаһында гидропост ҡуйылған һәм видеокүҙәтеү камераһынан ундағы хәлде мин онлайн режимында кабинетымда ултырып та күҙәтә алам. Яҙма Белорет Берҙәм диспетчер хеҙмәтенә лә ебәрелә. Йылғаларҙа тығын һәм ташҡын булдырмаҫ өсөн шартлатыу эштәре алып барған ойошма менән алдан уҡ килешеү төҙөлгән. Шуға ла Ғәбдөк ауылы өсөн күңел тыныс, уға ҡурҡыныс янамай, - ти Владислав Геннадьевич.
Йылғала боҙ киткән, һыу кимәле түбәнәйгән. Оҙайлы ямғырҙар ғына булмаһа, тирә-яҡҡа ҡурҡыныс янамаҫ. Ғәбдөк - райондың иң алыҫ һәм матур ауылдарының береһе. Ул ҡаланан 158 саҡрым йыраҡлыҡта ята. Юлдың күп өлөшөн Белорет-Өфө трассаһы буйлап, ә 20 саҡрым тирәһе - грунтлы юл Инйәр йылғаһына яҡын ята. Шуға ла юлды һыу баҫыуы ихтимал. Элегерәк был юлды бейегәйткәндәр, быйыл ҡалған 750 метрын реконструкциялау күҙаллана. Уның өсөн 3,5 миллион һум аҡса бүленгән.
Муниципаль район хакимиәте башлығы мәктәптә, фельдшеракушерлыҡ пунктында ла булып китте. Халыҡ менән осрашып, төҙөкләндереү һәм мобиль элемтә селтәре булдырыу тураһында халыҡтың теләктәрен яҙып алды.
Йөйәк ауылында ла һыу баҫыу ҡурҡынысы юҡ. Хакимиәт башлығы мәктәпкә, яңы ФАП-ҡа, китапханаға ла инеп, халыҡ менән аралашты. Киләсәктә Йөйәктә социаль-мәҙәни үҙәк буласаҡ. Уны төҙөүгә республика Башлығы вазифаһын башҡарыусы Радий Хәбиров рөхсәт биргән, проектлауға 2,5 миллион һум бүленгән. Үҙәктә китапхана ғына түгел, 150 урынлыҡ тамаша залы, түңәрәктәр өсөн бүлмәләр һәм музыка мәктәбе буласаҡ. Инйәр ауылында район башлығы дауаханаға инеп, пациенттар, табиптар менән аралашты. Унда дауахананың эшен, хәл-торошон ыңғай яҡтан баһаланы. Мәҫәлән, 2019 йылдың 1 ғинуарынан бирле бында ауырыуҙарға ваҡытлыса эшкә яраҡһыҙлыҡ электрон ҡағыҙын асалар. Дауахананың «Промед» системаһында теркәлгән пациенттарға анализдарының һөҙөмтәләре артынан ҡалаға барып торорға кәрәкмәй. Табип уларҙы онлайн режимында бында ҡарай ала. Шулай уҡ пациенттар Интернет аша республика һәм ҡала белгестәренә яҙыла ала. Икенсе йыл ТелеЭКГ мобиль медицина селтәре эшләй: ауырыуҙың кардиограммаһы шунда уҡ Белоретҡа ебәрелә, кардиологтың уны тиҙ арала уҡып, дауа яҙыу мөмкинлеге бар. Әммә шул уҡ ваҡытта дауахана етәкселеген хирург юҡлығы борсой. Урындағы хакимиәт уға йәшәр өсөн фатир ҙа бирергә әҙер.
Сәфәр барышында хакимиәт башлығы төҙөлөп ятҡан балалар баҡсаһына ла туҡталды. Эштәр план буйынса бара. «Башҡортостан Республикаһына 100 йыл» объекттарының береһе - Инйәр балалар баҡсаһын октябрҙә файҙаланыуға тапшырыу көтөлә.
Читайте нас: