Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
6 Июнь 2019, 19:23

Һабантуйға рәхим ит!

Хѳрмәтле белореттар һәм ҡунаҡтар! Һеҙҙе 15 июндә «Һабантуй - 2019» традицион халыҡ байрамына саҡырабыҙ. Ул Башҡортостан Республикаһы ойошторолоуының 100 йыллығына һәм Рәсәй Федерацияһында Театр йылына ярашлы үткәрелә.

Һабантуй Аҙнағол эргәһендәге яланда сәғәт 11-ҙә башлана.
Байрам программаһында:
09.00 - Башҡортостан Республикаһы ойошторолоуының 100 йыллығына һәм Рәсәй Федерацияһында Театр йылына арналған тирмәләр конкурсы;
11.00 - Белорет районы ауыл биләмәләре хакимиәттәре һәм хеҙмәт коллективтары вәкилдәренең парады. Театрлаштырылған пролог;
11.20 - Байрамды тантаналы асыу;
11.40 - Производство алдынғыларын тәбрикләү;
12.00 - Бәйге;
13.00 - Халыҡ һәм спорт ярыштары (һырғауылға менеү, йәйәнән уҡ атыу, кѳрәш, гер күтәреү, уйындар);
13.00 - Район-ҡаланың үҙешмәкәр артистары концерты;
16.00 - Байрамды ябыу.

Автотранспорттың хәрәкәт итеү расписаниеһы:
- БР «Башавтотранс» ДУП-ы филиалы - Учалы автотранспорт предприятиеһының Белорет колоннаһы автобустары: «Автовокзал» туҡталышынан (Киров ур. - Ленин ур. - Башҡорт гимназияһы - Блюхер ур.): 09.00; 10.00; 11.00; 12.00. - маршрут таксиҙары: «Башҡорт гимназияһы» туҡталышынан: 09.00; 10.00; 11.00; 12.00.
Юл хаҡы - 80 һум. Байрам яланынан ҡуҙғалыу - автобустарҙың тулыуына ҡарап.
Читайте нас: