Районыбыҙҙан да “Инцидент”ҡа төрлө кимәлдәге етешһеҙлектәрҙе күтәргән мөрәжәғәттәр йыш килә. Сүп-сар реформаһы буйынса һорауҙар кәмемәй.
Уҫманғәле халҡы ла ауыл уртаһынан үткән трассала туҡталыш булмауына зарланып мөрәжәғәт иткән.
Уҫманғәлеләрҙең күпселеге көн дә тиерлек Инйәргә йөрөп эшләй. Берәүҙәр осраҡлы транспортҡа ултырып, икенселәр автобуста бара. Уларға тиҫтә йылдар дауамында, ямғыр, ҡар яуыуға ҡарамай, трассаға сығып транспорт көтөргә тура килә. Өфө-Инйәр-Белорет автомобиль юлының 135-се саҡрымында туҡталыш булмау сәбәпле, осраҡлы транспорт та туҡтарға тырышмай, сөнки махсус билдә ҡуйылмаған трассала туҡтау тыйылған.
Уҡыу йылы башланыу менән пассажирҙар һаны бермә-бер арта. Шуға ла уҫманғәлеләр социаль селтәрҙәрҙә мөрәжәғәт яҙырға ҡарар итә. Ауылдаштарҙың аһ-зары иғтибарһыҙ ҡалмай. Мөрәжәғәтте "Инцидент-менеджмент" системаһы теркәй.
Республика Башлығы хакимиәте янындағы социаль селтәрҙәрҙә халыҡ мөрәжәғәттәре «Инцидент» мәсьәләне хәл итте буйынса эшсе төркөм етәксеһе урынбаҫары Дарья Петрова ла Өфө-Белорет юлының республика халҡы араһында билдәле булыуын әйтә. «Юл буйынса күп кенә мөрәжәғәттәр ҡабул итәбеҙ. Юлдарҙың торошо, туҡталыш комплекстарының булмауы тураһында яҙалар. Мөрәжәғәттәрҙең береһе Уҫманғәле ауылы халҡынан булды. Улар туҡталыш һорап мөрәжәғәт итте. Хәҙер ауыл янында трассаның ике яғында туҡталыштар урынлаштырылған», - тине ул.
“Туҡталыштарҙы монтажлау Белорет юл төҙөү-ремонтлау идаралығының Инйәр участкаһы көсө менән ике көндә атҡарылды. Автопавильондың йөҙө артабан да ошо килеш һаҡланыр тип өмөт итәбеҙ”, - тине Башҡортостан Республикаһының Автомобиль юлдарын транспорт хәүефһеҙлегендә тотоу бүлеге начальнигы Наил Мостафин.
Уҫманғәлелә урынлашҡан быяла туҡталыштарҙың башы тимер менән ябылған, уңайлы ултырыу урындары ҡуйылған. Улар инвалидтар өсөн пандустар менән дә йыһазландырылған.
Яңы автобус туҡталыштарын асыу тантанаһында Уҫманғәле халҡы матур байрам концерты күрһәтте, уңайлы шарттар булдырғаны өсөн республика етәксеһе Радий Хәбировҡа рәхмәттәрен еткерҙе.