Билдәле булыуынса, быйылғы йылдың май айында ҡала кешеһе территорияны тѳҙѳкләндереү мәсьәләһе йәһәтенән муниципалитетҡа мѳрәжәғәт итә. Әммә закон буйынса билдәләнгән ваҡыт эсендә мѳрәжәғәт тейешенсә ҡаралмаған. Эш прокуратураға барып еткәс кенә урындағы үҙидаралыҡ органы мәсьәләгә ентекле тотона. Прокурор ҡарары буйынса, түрә административ яуаплылыҡҡа тарттырылған. Уға яза итеп 5 мең һум күләмендә штраф һалынған.