Көн һайын тиҫтәләрсә мең потенциаль ҡурҡыныс булған шәхси гигиена әйберҙәре сүп һауыттарына эләгә.
Роспотребнадзор киҫәтеүенсә, өйҙә ҡулланылған медицина битлеге айырым пакетҡа йыйылырға, яҡшылап бәйләнергә, шунан ғына һауытҡа ташланырға тейеш. Бер тапҡыр ҡулланыла торған бирсәткәләр менән дә шулай эшләргә кәрәк.
"Коммуналь хеҙмәт эшселәре беҙ ташлаған ҡалдыҡтарҙы сығарыу һәм эшкәртеү менән көн һайын сәләмәтлектәренә хәүеф тыуҙыра. Шуға күрә ҙур үтенес: ҡулланылған бирсәткәләрҙе һәм битлектәрҙе контейнерға ырғытыр алдынан айырым пакетҡа төрөгөҙ. Көнкүреш ҡалдыҡтары менән эш итеү муниципаль операторҙары хеҙмәткәрҙәренә даими рәүештә шәхси һаҡлағыс әйберҙәр бирелә. Ләкин һаҡланыу артыҡ булмаҫ", - тине Республиканың тәбиғи ресурстар һәм экология министры Урал Искәндәров.