Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
13 Апрель 2020, 23:59

Ҙур әҙерлек менән көткәйнек

Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллыҡ юбилейына COVID-19 менән бәйле сикләү сараларынан тулыһынса сыға алмаясаҡбыҙ. Был күңелһеҙ яңылыҡты вице-премьер Татьяна Голикова еткерҙе.

“Мин бөгөн иртә һөҙөмтәләр яһамаҫ инем. Беҙ ысындан да шундай ҙур байрам, Еңеү көнө алдынан, бөгөнгө йәшәү режимынан сығырға теләйбеҙ. Ләкин, унан тулыһынса сығып өлгөрә алмаясаҡбыҙ. Илдең сикләү сараларынан тулыһынса сығыуы йәй башында буласаҡ. Быға ла граждандар социаль дистанция һәм үҙизоляция режимы буйынса барлыҡ талаптарҙы үтәгән осраҡта ғына ирешеп буласаҡ. Үҙизоляцияның һөҙөмтәлелеген баһалар өсөн ике аҙналык ике цикл үтергә тейешбеҙ”, - тине вице-премьер.
Читайте нас: