Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
17 Апрель 2020, 20:00

"Изге йәнле кешеләр бар"

Марттың 10-ына ҡараған төндә ҡаланың Точисский урамында урынлашҡан күп ҡатлы йорттоң подвалында конструкция емерелеп төшөп, беренсе ҡатта йәшәгән 81 йәшлек Сәйҙә Моталованың фатиры зыян күргәйне. Тиҙ арала ярҙам күрһәткән кешеләргә гәзитебеҙ аша рәхмәт һүҙҙәрен әйтергә теләп, ул беҙгә мөрәжәғәт итте...

- Төндә көслө тауышҡа уянып киттем. Башта ер тетрәнеме, әллә өҫкө ҡаттағы балкон емерелеп төштөмө икән, тип уйланым. Бер аҙ ята биргәс, утты яндырып торорға булдым. Залға сыҡһам, тәҙрә аҫтында тишек барлыҡҡа килгәнен күреп, күлдәксән генә тышҡа йүгереп сыҡтым. Унан кире инеп, күршеләрҙең ишектәрен ҡаға башланым. Икенсе ҡаттағы күршем Валя Пастухова шундук ишеген асып, МЧС-ҡа шылтыратты. Рәхмәт уға! Фатирымды рәтләп бөткәндәренсә ун көн тирәһе уларҙа йоҡлап йөрөнөм.
Тиҙ арала район-ҡала етәкселәре, торлаҡ-коммуналь хужалығы хеҙмәткәрҙәре килеп етте. Бик тиҙ эшләнеләр. Бигерәк тә тәүлек әйләнәһенә эшләгән егеттәргә - Юлай Төхвәтуллинға, Артур Хөснөтдиновҡа, Альберт Ғәбитовҡа, Иван Печкинға бик рәхмәтлемен. Иҙәнемде лә йүнәтеп, линолеум түшәп ҡуйҙылар.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, яҡында бер кемем дә юҡ. Ошо ауыр ваҡытта бөтөнләй ят кешеләрҙең ярҙам ҡулы һуҙыуына ҡыуандым. Элекке коллегам Нәсимә Хәлиловаға, Рәшиҙә Ғаязоваға һәм Октябрьский биҫтәһенән килеп еткән Әлфиә Асҡароваға миңә күрһәткән изгелектәре, иғтибары өсөн рәхмәт әйтәм! Изге күңелле кешеләр донъяла бар әле, Аллаға шөкөр! Бәлә-ҡазалар барыбыҙҙы ла урап үтһен, - тине Сәйҙә Ғәлимйән ҡыҙы.
Читайте нас: