Роберт Илдус улы был юҫыҡта бай тәжрибәгә эйә - ул 2008 йылда “Айыҡ Сибай” ҡала ойошмаһына нигеҙ һала, “Айыҡ ауыл” конкурсы, “Айыҡ көстәр слеты”, “Айыҡ һайлау” республика фестивалдәре ойоштороусыһы булып тора һәм Рәсәй йәштәренең Кавказда үткән форумында Башҡортостан йәштәре вәкиле була. “Йәштәрҙе сәләмәт йәшәү рәүешенә ылыҡтырыу енәйәтселекте кәметеүгә, һау-сәләмәт балалар тыуыуына, йәш ғаиләләр тарҡалыуы кәмеүенә килтерәсәк, үҙҙәренең эшен асырға теләгәндәр, бизнес, спорт менән шөғөлләнгәндәр, ғөмүмән алғанда, маҡсатлы йәштәрҙең артыуына булышлыҡ итәсәк. Программаның һөҙөмтәләрен беҙ кәмендә өс йылдан күрәсәкбеҙ. Киләсәктә Белорет районында айыҡ йәшәү рәүешен пропагандалау маҡсатында фестиваль үткәрергә уй бар. Унда тәбиғәт ҡосағында спорт уйындары, буш ваҡытыңды нисек файҙалы итеп үткәреү тураһында түңәрәк өҫтәл артында фекер алышыу, шөғөлдәреңде күрһәтеү, уның менән уртаҡлашыу һәм башҡалар булыр тип күҙаллайбыҙ”, - тине Роберт Дәүләтшин.
Андрей Иванович был программаға бөгөндән үк ҡушылырға әҙер ауыл хакимиәттәре, “Айыҡ ауыл” конкурсында ҡатнашҡан, сәләмәт йәшәү рәүеше алып барған ауылдар барлығын, район-ҡалала спорттың, туризмдың үҫешкән булыуын һәм уның менән шөғөлләнгән йәштәрҙең күп булыуы тураһында белдерҙе. Йәштәрҙең спортҡа ылығыуы, буш ваҡыттарын файҙалы уҙғарыуы уларҙы насар ғәҙәттәргә эйә булыуҙан азат итәсәк һәм шул маҡсатта район, ҡалала күпләп спорт майҙансыҡтары төҙөү кәрәклеген әйтеп үтте.