Константин Борисович сәфәрҙең тәүге өлөшөндә муниципаль район хакимиәте башлығы Андрей Иванюта, муниципаль район хакимиәте башлығының урынбаҫарҙары Сергей Поляков, Иван Лавренов менән “Башҡорт ихаталары” программаһына ярашлы төҙөкләндерелгән Ғафури урамындағы йорт ихатаһын - заманса балалар майҙансығын һәм спорт менән шөғөлләнеү ҡоролмаларын ҡараны, халыҡ менән әңгәмәләште.
Унан һуң ҡала Мәҙәниәт һарайының бәләкәй залында “Берҙәм Рәсәй” сәйәси партияһы активистары, муниципаль район Советына депутатлыҡҡа кандидаттар менән осрашты, уларҙың һорауҙарына яуап бирҙе.
Константин Толкачев шулай уҡ “Реаль эштәр” партия проектына ярашлы ремонт барған ҡаланың 10-сы мәктәбен ҡараны. Эштәр барышы менән уны мәғариф бүлеге начальнигы Марина Саранцева таныштырып йөрөнө. Бөгөнгө көндә бында пластик тәҙрәләр ҡуйыу эштәре бара.
Республика парламенты спикеры ҡалала уңышлы эшләп килгән йәш предприятиеларҙың береһе – Урал пружина заводында ла булды. Завод директоры Денис Лоҡманов менән берлектә цехтарҙы ҡараны, сығарылған продукция ассортименты, уларҙы эшләү барышы менән танышты; заманса ҡоролмалар менән йыһазландырылған, тулы ҡеүәттә, бер туҡтауһыҙ эшләгән ойошманың артабан да етеҙ үҫешен дауам итеүен, донъя баҙарын яулауын теләп хушлашты.
Ҡаһарман ауылы эш сәфәренең һуңғы нөктәһе булып торҙо. Константин Борисович бында Үҙән урмансылығында оператив янғын һүндереү штабы вәкилдәре һәм профессиональ янғын һүндереүселәр менән бер рәттән янғынға ҡаршы көрәшкән ирекмәндәр менән осрашты, урман янғыны торошон баһаланы, бергәләп проблеманы тиҙерәк хәл итеү юлдарын эҙләне.