Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
23 Август 2020, 12:00

Гәзит-журналдарға алдан яҙылып ҡал

Рәсәй Почтаһы клиенттары 2021 йылдың тәүге яртыһына осһоҙораҡ хаҡ буйынса баҫма матбуғатты алдырыу мөмкинлегенә эйә. Гәзит, журналдарға алдан яҙылыу кампанияһы 31 авгусҡа тиклем дауам итә.

"Урал" гәзитенә 2021 йылдың тәүге яртыһына осһоҙораҡ хаҡ буйынса яҙылыу бара.
Гәзиткә яҙылыу хаҡтары:
ПО 684 - 1 - индексы буйынса - 6 айға - 926 һум 88 тин.
Һуғыш ветерандарына, I һәм II тѳркѳм инвалидтарына ташламалар ҡаралған.
ПО 684 - 2 - индексы буйынса - 6 айға - 845 һум 88 тин.
Был осорҙа podpiska.pochta.ru сайтында һәм Рәсәй Почтаһының мобиль ҡушымтаһы аша яҙылырға була. Сервис навигациялары гәзит, журналды атамаһы, индексы, темаһы, алфавит, ҡыҙыҡһыныуҙар буйынса табырға ярҙам итә, яҙылыу иһә бер нисә минут ваҡытты ала.
Шулай уҡ район-ҡаланың почта бүлексәләрендә ҡағыҙ каталог буйынса һәм үҙегеҙҙең почтальондарығыҙ аша яҙылырға мөмкин.
Ошо осорҙа "Урал"ға алдан яҙылғандар аҡсаһын бер аҙ экономиялай ала.

Читайте нас: