Ауыл тимер юл станцияһы янында урынлашҡан. Бында ике ике ҡатлы күп фатирлы йорт һәм бер ағас өй бар. Күбеһенсә пенсионерҙар һәм станцияла эшләгәндәр йәшәй.
Халыҡ әҙ булыуға ҡарамаҫтан, проблемалар бында етерлек: өйҙәрҙә уңайлыҡтар юҡ, һыу колонкаһы тышта урынлашҡан. «Жилкоммунсервис» идара итеүсе компанияға район башлығы янғын осраҡтарын булдырмаҫ өсөн иң тәүҙә электр сымдарын төҙәтергә бойорҙо.
Ике бинаның ҡыйығын ремонтлау йәһәтенән капиталь ремонт программаһына инеү өсөн милекселәрҙең йыйылыш протоколын идара итеүсе компаниеға тапшырырға кәрәк икәнлеген халыҡҡа анлатты.
Ауылда аҙыҡ-түлек магазины юҡ, сөнки бында уны тотоу рентабелһеҙ. Ауылда элемтә булмауы - шулай уҡ халыҡты борсоған мәсьәлә. Бигерәк тә дистанцион уҡыу мәлендә уҡыусы балалар булған ғаиләләргә ауырға тура килгән. Хакимиәт башлығына айырым категориялы граждандарға льготалы торлаҡ һәм ер участкалары бүлеүгә ҡағылышлы һорауҙар бирелде. Андрей Иванюта һәр береһе буйынса шәхсән тикшерергә ҡушты.
Халыҡ почта эшенең һәм сүп-сар сығарыу операторының тотҡарлыҡһыҙ, яҡшы эшләүҙәре тураһында ла әйтте.
Муниципаль район хакимиәте башлығының эш сәфәре Уралтау станцияһы эргәһендә барған «Көҙгө Магнитка - 2020» ҡаяға үрмәләүселәр яры-шы менән тамамланды.
Әйткәндәй, «Көҙгө Магнитка - 2020» ярыштарында Белореттың ҡаяға үрмәләүселәре 35 миҙал яуланы. Ир-егеттәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар зачетында «Классик тиҙлек» дисциплинаһында бөтә пьедестал беҙҙеке булды.
Бында йыл да Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән спортсылар килә. Быйыл беҙҙең 36 спортсы ҡатнашты. Был - бөтә ҡатнашыусылар һанының өстән бер өлөшөнән күберәк.