Белорет районы территорияһында ташҡын йыл да ҡабатланып тора. Һәм ул, нигеҙҙә, ҡар ирегән осорға тура килә. Етди һәм яуаплы әҙерлек шарттарында ташҡын мәле тыныс һәм хәүефһеҙ үтеүе ихтимал. Кире осраҡта иһә тәбиғәт стихияһы ғәйәт ҙур зыян килтерергә һәләтле.
Торлаҡты һәм мөлкәтте страховкалау ташҡынға ҡаршы саралар комплексында мөһим урын биләй. Шуның өсөн яҙғы ташҡындан алда йорт-гараждарҙы, йәшелсә һаҡлағыстарҙы һәм башҡа ер өҫтөндә урынлашҡан мөлкәтте һыу баҫыуҙан страховкалау тураһында етди уйланыу зарур. Мөлкәтте страховкалау ташҡындан күрелгән зыянды ҡаплауға тулы гарантия бирә. Әлеге ваҡыт - страховка килешеүе төҙөү һәм шуның менән үҙеңде ғәҙәттән тыш хәүеф-хәтәрҙән аралау өсөн иң ҡулай осор.
Прогноз яһауҙарынса, районда ташҡын апрелдең икенсе яртыһында көтөлә. Шуға ла мөлкәтте страховкалауҙы боҙ ҡуҙғалғанға тиклем - 1 апрелгәсә башҡарып ҡуйыу фарыз.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2013 йылда Ғәбдөк ауылы яҙғы ташҡын мәлендә һыу баҫыу зонаһына эләкте. Боҙ тығыны арҡаһында Инйәр йылғаһы ярҙарынан сығып, торама пунктты юлһыҙ һәм электрһыҙ ҡалдырҙы, 92 йорттоң 45-ен һыу баҫты.
Шәхси йорт йә дача территорияһын үҙ мәлендә ҡарҙан таҙартып тороу - һыу баҫыуҙан һаҡланыуҙың иң ябай һәм нәтижәле ысулы. Ирегән ҡар һыуҙары өсөн һыу бүлгес каналдар ярыу, баҙҙы, подвалды гидроизоляциялау, ҡыйыҡтарҙы, нигеҙ тирәһен ҡарҙан таҙартыу ҙа һыу баҫыуға бәйле бәләнән аралап торор.
Башҡортостан Республикаһының Белорет районы муниципаль район хакимиәтенең граждандар оборонаһы
һәм ғәҙәттән тыш хәлдәр эштәре буйынса секторы.