Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
23 Июнь 2021, 15:20

Иң ауыр төндәрҙең береһе

Хәтер һәм иҫкә алыу көнөндә Геройҙар аллеяһындағы Мәңгелек утҡа, Бөйөк Ватан һуғышы башланыуҙың 80 йыллығына арнап, сәскәләр һәм веноктар һалынды.

Сарала муниципаль район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Илгиз Теләүбаев, район Советы рәйесе Дилә Хәмзина, район-ҡала Советы депутаттары, муниципаль район хакимиәте бүлектәре, ҡала ойошмалары һәм предприятиелары етәкселәре, ҡаланың 21-се мәктәбе кадеттары һәм 16-сы мәктәптең йәйге ял лагерына йөрөгән уҡыусылары ҡатнашты. Илебеҙ тыныслығы өсөн көрәшкән яҡташтарыбыҙҙы иҫләп бер минут тын торғандан һуң, Илгиз Сафый улы уҡыусылар алдында сығыш яһап, был һуғыштың илебеҙгә бик ауыр эҙемтәләр килтереүен әйтеп үтте, киләсәктә ҡан-ҡойоштарҙың булмауын, илебеҙ күге тыныс булыуын теләне.
Һуңынан ошо уҡ төркөм Уҡшуҡ биҫтәһендәге зыяраттағы һәйкәлгә венок һәм сәскәләр һалды.
Көндөң икенсе яртыһында Геройҙар аллеяһында “Хәтер шәме” Бөтә Рәсәй акцияһы үтте. Йәштәрҙең ял үҙәге ойошторған сарала юнармеецтар, ял үҙәгендә йәйге осорҙа эшләп килгән “Үҫмерҙәр биләмәһе” проектына йөрөгән уҡыусылар ҡатнашты.
Алып барыусы Максим Субботин 80 йыл элек тап ошо төндә илебеҙҙә миллонлаған кешенең киләсәккә ҡорған пландары, маҡсаттары, яҙмыштары емерелеүен, уның илебеҙ тарихындағы иң ауыр төндәрҙең береһе булып тороуын һөйләп үткәс, бер минут тынлыҡ иғлан ителде. Унан һуң барыһы ла Мәңгелек ут янына шәмдәр теҙеп ҡабыҙҙы. Сара иҫтәлеккә күмәкләп фото төшөү менән тамамланды.
Автор:Расима Салихова
Читайте нас: