Эшеңдә уңышҡа ирешер, тотороҡлоҡ яулар, юғары баҫҡысҡа етер ѳсѳн бик күп йылдар тырыш хеҙмәт, сәмлелек, булдыҡлылыҡ зарур. Әгәр ҙә был сифаттар булмаһа, сауҙа эшен алып барыуы бик икеле. Замана талаптарынан артта ҡалмаҫ ѳсѳн үҙеңде алға табан әйҙәргә, күп ҡыҙыҡһынырға, үҙ ѳҫтѳңдә эшләргә лә кәрәк.
Мәҡәләбеҙ геройы - ябай ғына ҡала ҡыҙынан ныҡлы баҫып торған эшҡыуар ханымға әйләнгән Гѳлнур ЙОМАБАЕВА. Гѳлнур Ҡадир ҡыҙы (өҫтәге һүрәттә уңдан икенсе) үҙәк баҙарҙың "Аструм" сауҙа үҙәгендә "SaBeLL"ҡатын-ҡыҙҙар ѳсѳн кейемдәр салоны хужабикәһе. Уның тѳрлѳ йәштәге ҡатын-ҡыҙҙарҙы зауыҡлы, килешле итеп кейендереү ѳсѳн "Аструм"да ѳс сауҙа бүлеге бар. Гѳлнур ҡала ҡыҙы. 1981 йылдың 28 сентябрендә тыуа. Ике малай янында үҫкән ҡыҙ ағайҙары тарафынан да, ата-әсәһе яғынан да иркәләнеп, наҙланып үҫә. Бала сағымдан уҡ ҡурсаҡтарымды матур итеп кейендерергә ярата инем, - тип һѳйләп алып китте Гѳлнур үҙе тураһында.
Эйе, сауҙа эшен уңышлы алып барыу өсөн ғаиләңдең дә терәк булыуы мѳһим. Гөлнур Ҡадир ҡыҙы был йәһәттән бәхетле әсәй. Береһенән-береһе тырыш, белем алырға ынтылып торған ике ҡыҙы, кѳндән-кѳн яңы һәләттәре менән ҡыуандырған улы бар. Олоһо Сабрина Өфө дәүләт технология һәм дизайн колледжын тамамлап, артабан юғары уҡыу йортонда белем алыуын дауам итергә уйлай. Икенсе ҡыҙҙары Эллина 17-се гимназияны тамамлап, ҡаланыңмедицина колледжын һайлаған. Ә иң кеселәре Арыҫлан әле өс йәштә генә.Гөлнур һәм Руслан Йомабаевтар ҡалала ҙур йорт һалып сыҡҡан. Уңған ғаилә алдарына ҡуйған маҡсатҡа ынтылып йәшәй һәм был дѳрѳҫ тә.