Уҙған йылда йәшен тиҙлеге менән бөтә ил буйлап таралған яңы коронавирус инфекцияһына ҡаршы көрәш дауам итә. Ғалимдар, табиптар сирҙән тиҙерәк ҡотолоу юлдарын эҙләүен дауам итә, кеше ғүмерҙәрен һаҡлау өҫтөндә ал-ял белмәй эшләй. Бөгөнгө көндә был афәттең ахырына вакцинациялау ярҙамында коллектив иммунитет булдырған хәлдә генә етеп буласағы билдәле. Ни өсөн күптәр вакцина эшләтеүҙән баш тарта кеүек коронавирус эпидемияһы менән бәйле темаға район үҙәк клиник дауаханаһының инфекция госпиталенең табип-инфекционисы, медицина колледжы директоры Азат ХАММАТОВ менән әңгәмәләштек:
- Азат Ғәббәс улы, һеҙ вакцина эшләттегеҙме?
- Уҙған йылдың көҙөндә коронавирус инфекцияһын бик ауыр кисерҙем. Организмымда антиесемдәрҙең күп булыуына ҡарамаҫтан, июль айында вакцинацияландым, икеһен дә яҡшы кисерҙем. Инфекция госпиталендә эшләгәнлектән был сирҙе ҡайтанан йоҡтороу хәүефе үтә лә ҙур. Көн һайын һыҙланған, ыҙалаған, үпкәне яһалма апараты аҫтында ятҡан ауырыуҙарға ҡарау бик ҡыҙғаныс һәм улар хәлендә һис кенә лә ҡалғы килмәй.
- Ни өсөн прививка эшләтергә кәрәк?
- Вакцинацияланған кеше, коронавирус менән ауырыған кешенең организмына ҡарағанда антиесемдәрҙе күберәк етештерә; йәғни, инфекцияға ҡаршы нығыраҡ көрәшә. Бөгөнгө көндә беҙҙең илдә өс вакцина рәсми рәүештә теркәлгән. Шуларҙың иң билдәлеһе һәм һыналғаны булып, Гамалея исемендәге ғилми үҙәк тарафынан булдырылған, “Спутник V” атамаһы менән билдәле “Гам-Ковид-Вак” тора. Рәсәй уны үҙебеҙҙән тыш йәнә 30 илде тәьмин итә. Икенсе вакцина - “Вектор” ғилми үҙәгенең “ЭпиВакКорона” Рәсәйҙә һәм Төркмәнстанда теркәлгән. Чумаков исемендәге үҙәк тарафынан әҙерләнгән “КовиВак” вакцинаһы ошо йылдың февраль
айында теркәлде. Вакциналарҙың ҡайһыһын һайлау һәр кемдең үҙенең ҡарамағында.
- Вакцина эшләткәндәр араһында ауырыу йоҡторғандар бармы?
- Привика эшләткән кеше ауырымай тигәнде аңлатмай. “Спутник V” вакцинаһы коронавирус инфекцияһынан 92%, был инфекцияның ауыр төрөнән 100% һаҡлай. Йәғни, кеше ауырыуҙы йоҡторған хәлдә уның еңел төрө менән генә ауырыясаҡ һәм ауыр эҙемтәләрһеҙ үткәрәсәк.Үҙем эшләгән инфекция госпиталендә стационарҙа вакцина эшләткән пациенттар ни бары 3% тирәһе тәшкил итә һәм уларҙың береһе лә үпкәне яһалма елләтеү апаратына тоташтырылғаны, реанимацияға эләккәне юҡ.
Вирус вакцина эшләткән кешенең организмына эләккән осраҡта, шунда уҡ инфекцияға ҡаршы көрәшкә әҙер антиесемдәр менән осраша. Сағыштырмаса был процесс привикаланмаған организмда бик яй һәм һүлпән бара. Бында эшләгән хеҙмәткәрҙәреҙең барыһы ла прививка эшләтте. Сөнки пациент урынында бер кем дең дә булғыһы килмәй.
- Интернет селтәрҙәрендә вакцинаға бәйле бик күп имеш-мимештәр йөрөй. Халыҡ араһында уларға ышанып, нисек тә булһа уны эшләтеүҙән “ҡасыу” юлдарын эҙләүселәр бар.
- Үкенескә күрә бындай роликтар бихисап. Донъяның яҡшы яҡҡа үҙгәреше өсөн үҙ ғүмерҙәрендә ҡыл да ҡыбырлатмаған диван критиктарының уйҙырма, факттарға ярашлы булмаған осраҡтар тураһында төшөргән, һөйләгән хәбәрҙәренә аңлы кеше ышанмаҫ. Тикшерелгән, документтарға ярашлы дөрөҫ мәғлүмәт биргән белгестәр тарафынан әҙерләнгән киң мәғлүмәт сараларында һүҙҙәргә генә ышаныр кәрәк. Шуны аңлағыҙ, был вирустан бер кем дә ҡасып ҡотола алмаясаҡ. Ул ер йөҙөнөң һәр мөйөшөндә йәшәй, беҙҙең һәр кемебеҙ уның менән осрашасаҡ. Күптәр яҡын кешеләре, туғандары ошо вирус арҡаһында яҡты донъя менән хушлашҡас, үҙе дауанала ятып сыҡҡҡас, йәки туғанының үлем хәленә еткәнсе ауырыуының шаһиты булғандан һуң ғына, прививка эшләтергә йүгерә. Йәш организм сирҙе еңел, йәки билдәләрһеҙ үткәрергә мөмкин. Үҙҙәренең сирле икәнлектәрен белмәй, ата-әсәләренә ауырыу йоҡтороп, һуңынан бының өсөн үҙҙәрен ғүмер буйы ғәйепле тойоп йөрөгәндәр ҙә бар.
- Ҡаһы берәүҙәр кеше күп йөрөгән ерҙә, магазиндарҙа битлек кейеүҙе кәрәкле тип һанамай. Был хәлгә ҡарашығыҙ нисек?
- Ауырыу һауа-тын юлдары аша йоға. Кешенең коронавирус менән ниндәй кимәлдә ауырыуы (еңелсә, йәки ауыл хәлдә) уның организмына ингән вирус күләменән тора. Мәҫәлән, ауырыу кеше менән аралашҡанда икеһе лә битлектә булған осраҡта ауырыу осрағы 0,1-0,5% тәшкил итә. Ауырыу кеше битлекһеҙ, ә һеҙ битлектә икән - 70%, сәләмәт һәм һау кеше икеһе лә был һаҡланыу сараһын ҡулланмағанда иһә 100% зарарланасаҡһығыҙ.
Күптәр битлектәрҙе исем өсөн, йәғни талап ителгән урындарға ингәндә кейергә тип кеҫәләрендә йөрөтә. Айҙар буйы кейеп керләнеп, таушалып бөткән битлектәрҙә йөрөгәндәр бик күп. Улар унда йыйылған күп һанлы вирустарҙы, зарарлы матдәләрҙе һулап йөрөүҙәрен аңлаһа ине! Уларҙы һәр дүрт сәғәт һайын алмаштырып торғанда ғына ыңғай һөҙөмтә бирә.
- Был сир менән ауырыу билдәләре үҙгәреп тора…
- Бөгөнгө көндә ауырыуҙың 3-сө, ҡыҙғанысҡа күрә көтөлгән тулҡыны бара. Был штаммлы вирус беҙгә Европа аша Һиндостандан килде. Вирус бөтә ил буйлап йөрөгәндән һуң бөтөнләй икенсе булып әйләнеп килә. Беренсе тулҡында тәүге вахтала саҡтағы вирус менән сағыштырғанда ул хәҙер бөтөнләй башҡаса һәм яуызыраҡ. Көн һайын ул беҙҙең препараттарға бирешмәҫкә тырыша. Беҙгә ауырыуҙарҙы ҡотҡарыу ауырлашҡандан ауырлаша бара, шунлыҡтан үлем осраҡтарының да артыуы күҙәтелә. Тәүге осорҙа оло йәштәгеләр күпләп сирләһә, хәҙер йәштәр, балалар ауырый. Һуңғы арала төпкөл ауылдарҙан ғаиләләре менән сирләүселәр һаны арты. Госпиталдә өлкән йәштәгеләр һәм йәштәр һаны 50-гә 50% тәшкил итә. Уҙған аҙнала 140 койканың береһе лә буш түгел ине, әле урындар бар, табип һәм шәфҡәт туташтары ла етерлек. Сирләүселәр һаны август урталарында кәмей башлар тип көтөлә. Беҙ был өсөнсө тулҡынға әҙер инек. Талап ителгән осраҡта урындар һанын арттырасаҡбыҙ. Бөгөнгө көндәге вакциналар сирҙең бөтә штамптарына ла тәьҫир итеүен ошо урында әйтеп үтергә кәрәктер.
- Хәлдәр киҫкенләшкән осраҡта, кадрҙар етешмәгәндә медицина колледжы студенттарын ярҙамға ебәрәсәкһеҙме?
- Әлбиттә. Тик был эш һәр студенттың теләгенә ярашлы атҡарыла. Уҙған йылда улар ҡала поликлиникаһының ҡыҙыл зонаһында ауырыуҙарҙы ҡабул итеүҙә ярҙам итте. Уларҙың күптәре прививка эшләткән. Колледж хеҙмәткәрҙәренең дә бөгөнгө көндә 72%-ты вакцинацияланды.
- Күптәр был сирҙән һаҡланыу өсөн халыҡ медицинаһын ҡуллана. Төрлө төнәтмәләр, БАД-тар ярҙам итәме икән?
- Ысынлап та, “ЗОЖ” гәзитен генә алайыҡ, унда ниндәй генә рецепт юҡ, кемеһе нимә генә ҡулланмаған. Шуны әйтер инем, витаминдар менән коронавирустан һаҡланып булмай! Әлбиттә, йәшелсә-емеш ашау, организды кәрәкле витаминдар менән тулыландырып тороу, иммун системаһын яҡшыртыу өҫтөндә эшләү, сәләмәт тормош алып барыу бер кемгә лә артыҡ түгел. “Сәләмәт тәндә - сәләмәт рух” тигәндәй, башҡа ауырыуҙар ҙа етерлек.
Бөгөнгө көндә ковидтан һаҡлаған препарат етештерелмәгән. Унан ҡотолоуҙың бер генә юлы - вакцинацияланыу бар.
- Гәзит уҡыусыларыбыҙға табип-инфекционист булараҡ ниндәй теләктәрегеҙ булыр?
- Ауырыуҙың тәүге билдәләре (йүтәл, тән температураһы күтәрелеүе, дөйөм хәлһеҙлек һ.б.) беленгән хәлдә үҙаллы дауаланмаһындар, шундуҡ табиптарға мөрәжәғәт итһендәр. Күптәр был сирҙе еңеп сыҡҡан таныштарынан ниндәй дарыуҙар эсеүен белешеп, уларҙы ҡабул итә лә башлай. Һәр кешенең организмы үҙенсәлекле булғанлыҡтан, табип тарафына дауалау ҙа шулай уҡ тәғәйенләнә. Ауырыу бик тиҙ үҫешә, мәҫәлән, бөгөн үпкәнең зараланыуы 5% булһа, тейешле препараттар менән дауаламағанда 5-7 көндән был һан 70-80-гә барып етә. Шуға күрә, һаулыҡтарына ҡарата бик һаҡ һәм иғтибарлы булһындар.
Үҙ сиратымда барыһын да мөмкин тиклем тиҙерәк вакцинацияланырға саҡырам.
- Йөкмәткеле яуаптарығыҙ өсөн ҙур рәхмәт, Азат Ғәббәс улы.