Тимер юлсыларҙың һөнәри байрамдары алдынан яҙмыштарын ошо яуаплы эш менән бәйләгән Мөхәмәҙиевтәрҙең ғаилә династияһы менән гәзит уҡыусыларыбыҙҙы таныштырырға булдыҡ. Әлеге ваҡытта тимер юлында эшләгән Альфред Салауат улы һәм Флорида Хәсән ҡыҙы Мөхәмәҙиевтәрҙең ғаиләһе тураһында яҙыр алдынан, һүҙҙе бар ғүмерҙәрен тимер юлы эшенә арнап, хаҡлы ялға сыҡҡан Салауат Ғәлимйән улы һәм Рәйсә Ниғмәтйән ҡыҙы Мөхәмәҙиевтәрҙең ҙур, татыу ғаиләһе тураһында башлап китеү кәрәктер. Ҡаҫмаҡты ауылында йәшәгән Салауат Ғәлимйән улы Мөхәмәҙиевтән башлана тимер юлсылар династияһы. Салауат Ғәлимйән улы ҡатыны Рәйсә Ниғмәтйән ҡыҙы менән Учалы районының Ҡобағош ауылынан. Ҡаҫмаҡтыға 1966 йылда күсенәләр. Салауат Мѳхәмәҙиев 35 йылдан ашыуғүмерен ошо яуаплы эшкә арнай. Ҡатыны Рәйсә апай ҙа тимер юлы бүлексәһендә эшләй. Ҡаҫмаҡтыла ҡатын-ҡыҙҙарҙың да, ир-егеттәрҙең дә һѳнәрҙәре тик тимер юлы менән бәйләнгән. Был тырыш, эшсән ғаиләләун бала тәрбиәләнеп үҫә. Уларҙың барыһы ла тиерлек яҙмыштарын ошо эшкә арнай. Әле хѳрмәтле ветеранға 86 йәш. Мөхәмәҙиевтәр ғаиләһенең тимер юлында эшләгән хеҙмәт стажы 200 йылға яҡын.
Альфред Салауат улы - ғаиләлә уртансы бала. Силәбе тимер юл техникумына уҡырға инә, аҙаҡтан уҡыу йорто Силәбе тимер юлдары институты тип йѳрѳтѳлә. Хеҙмәт юлын 1984 йылда тимер юлы эшсеһе булып башлай. Артабан Мәскәү ѳлкәһенең Балашиха ҡалаһында урынлашҡан хәрби частә хеҙмәт итә. Армиянан һуң, ошо эшенә кире ҡайта. Юл монтеры, бригадир, мастер, һуңынан инде контролер - юлдарҙың хәүефһеҙлеген тикшереүсе булып күсә. Әлеге ваҡытта ла Альфред Салауат улы ошо яуаплы эште башҡара.
Альфред Салауат улы тырыш хеҙмәте ѳсѳн үҙҙәренең тармаҡ тарафынан Рәхмәт хаттарына, Маҡтау ҡағыҙҙарына һәм иҫтәлекле бүләктәргә лайыҡ була. Ошо тармаҡта эшләүенә лә 35 йыл булып киткән.Флорида Хәсән ҡыҙы ла, тормош иптәше Альфред Салауат улы кеүек, тимер юлында 280-се саҡрымдағы переезд дежурныйы булып поездарҙы ҡаршылай, машиналарҙы тимер юлы аша үткәрә. Флорида Белорет педагогия училищеһында уҡып йѳрѳгәндә таныша улар. Училищены тамамлағас, ике йәш йѳрәк яҙмыштарын бергә бәйләй. Флорида ла тимер юлына эшкә күсә, ошо тармаҡ буйынса белемен камиллаштыра. Бына 20 йылдан ашыу инде ул да Абҙаҡтан Ташбулат станцияһына йѳрѳп эшләй. Үҙе машинаны оҫта йѳрѳткәс, Абҙаҡ менән Ташбулат араһы ҡыйынлыҡ та тыуҙырмай уңған хужабикәгә.
Тырыш ғаилә эштә лә, тормош кѳтѳүҙә лә һынатмай. Абҙаҡтың Ҡаҫмаҡты урамында бар яҡтан да ҡупшы итеп ҙур йорт һалып сығалар. Матур баҡса үҫтерәләр.
Альфред менән Флорида Мѳхәмәҙиевтәрҙең эшен ҡыҙҙары Юлиәнең дә дауам итергә иҫәбе бар. Әлегә ул Абҙаҡ мәктәбенең IX класс уҡыусыһы. Юлиә үҙен тѳрлѳ яҡтан үҫтерергә тырыша. Иң яратҡан шѳғѳлѳ - һүрәт тѳшѳрѳү, шулай уҡ кѳрәш секцияһына ла бер аҙ йѳрѳп ала. Бәлки, олатаһы, атай-әсәһе һайлаған һѳнәргә киләсәктә Юлиә ѳҫтѳнлѳк бирер һәм династия дауам итер. Уныһын тормош үҙе күрһәтер.