Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
23 Ноябрь 2021, 11:00

Һалым хеҙмәте алдынғылары

Район-ара һалым инспекцияһында Рәсәй Федерацияһының Һалым органдары хеҙмәткәрҙәре көнө алдынан тантаналы сара үтте.

Һалым хеҙмәте алдынғылары
Һалым хеҙмәте алдынғылары

Инспекция начальнигы Любовь Полякова хеҙмәткәрҙәрҙе һөнәри байрамдары менән ҡотланы, һуңғы йылдарҙағы эш күрһәткестәре менән таныштырҙы, киләсәккә маҡсаттарҙы билдәләне.

Муниципаль район хакимиәте башлығының кадрҙар һәм дөйөм мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Иван Лавренов ҡаҙнаны тултырыуға һалым органдары хеҙмәткәрҙәренең тос өлөш индереүен, был аҡсаға балалар баҡсалары, мәктәптәр
төҙөлөүен, ҡалалар һәм ауылдар төҙөкләндерелеүен билдәләп үтте, Һалым органдары хеҙмәткәрҙәренә ҡуйылған мөһим дәүләт бурыстарын хәл итеүҙә уңыштар, үҙҙәренә һәм яҡындарына именлек теләне.

Любовь Михайловна күп йыллыҡ намыҫлы эше, хеҙмәт бурыстарын үтәүҙәге уңыштары өсөн Федераль һалым хеҙмәте етәксеһенең Рәхмәт хаты менән район-ара һалым инспекцияһы начальнигы урынбаҫары Елена Валерьевна Петрованы бүләкләне.

Иван Анатольевич муниципаль район хакимиәтенең Рәхмәт хаттарын һалым түләүҙәре менән эшләү һәм иҫәпкә ҡуйыу буйынса бүлек начальнигы Валентина Александровна Чулюкинаға, һалым түләүҙәре менән эшләү һәм иҫәпкә ҡуйыу буйынса бүлек начальнигы урынбаҫары Екатерина Николаевна Островскаяға, урынға сығып һалым тикшереүҙәре үткәреү бүлеге начальнигы урынбаҫары Дилә Зариф ҡыҙы Сысоеваға, төп дәүләт һалым инспекторы Елена Николаевна Дадиванға, 1-се камераль тикшереүҙәр бүлегенең өлкән дәүләт һалым инспекторы Светлана Александровна Слупачикка, 3-сө камераль тикшереүҙәр бүлегенең өлкән дәүләт һалым инспекторы Ирина Васильевна Ерофееваға һәм бурыстарҙы көйләү бүлегенең белгес-эксперты Елена Александровна Хлесткинаға тапшырҙы.

Әйткәндәй, һалым инспекцияһы хеҙмәткәре Дарья Андреевна Двинских ошо арала Сочи ҡалаһында үткән “Үҙең карьера эшлә” кадрҙар проектының ярым финалында Башҡортостан командаһы исеменән ҡатнашып, еңеүселәр рәтенә ингән һәм 29 ноябрҙә проекттың Мәскәүҙә үтәсәк финалына саҡырыу алған. Дарьяға уңыштар теләйбеҙ!

Автор:Расима Салихова
Читайте нас: