Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
3 Декабрь 2021, 11:43

Йөрәк - йәшәү сығанағы

Йөрәк сирҙәре, ҡан тамырҙары ауырыуҙары илебеҙҙәге кешеләрҙең 40 процентын алтмыш йәшкә тиклемге ваҡытта һәләк итә.

Йөрәк - йәшәү сығанағы
Йөрәк - йәшәү сығанағы

Көнитмеш мәшәҡәттәренән, өй, эш менән бәйле проблемаларҙан бер аҙға ғына булһа ла арынып, организм биргән көсһөҙ генә “сигналды” һәр кемебеҙ тыңлаймы? Юҡтыр. Күпселек осраҡта беҙ табиптарға һуңғы сиктә - аяҡтан йығылғас ҡына мөрәжәғәт итергә күнеккәнбеҙ. Бигерәк тә, коронавирус эпидемияһы башланғандан алып, ҡәҙимге сирҙәргә иғтибар кәмене һәм COVID-19 йоҡтороуҙан ҡурҡып өйҙә үҙаллы дауаланыусылар күбәйҙе. Йөрәк сирҙәрен булдырмау һәм ниндәй осраҡта мотлаҡ табипҡа мөрәжәғәт итергә кәрәклеге тураһында Белорет үҙәк район клиник дауаханаһының кардиология бүлеге мөдире, табип-кардиолог Айгөл ИРҒӘЛИНА менән әңгәмәләштек.

►Айгөл Урал ҡыҙы, гәзит уҡыусыларыбыҙҙы һеҙҙең менән яҡындан таныштырып үтәйек әле.
- Мин Белорет ҡыҙы. 10-сы мәктәптең IX класынан һуң, ҡала медицина колледжының “Шәфҡәт туташы” бүлегенә уҡырға индем. Уны тамамлағас, Белорет үҙәк район клиник дауаханаһының реанимация бүлегенә шәфҡәт туташы булып эшкә урынлаштым. Ҡулыма диплом алған осорҙа (90-сы йылдар) илебеҙҙә аҡсаһыҙлыҡ, эшһеҙлек хөкөм һөрә ине. Шунлыҡтан артабан уҡыуымды дауам итеү теләге бик көслө булһа ла, мөмкинлек булманы. Реанимацияла һигеҙ йыл эшләү осоронда һәр көн тиерлек уҡыуымды артабан дауам итеү, юғары белем алыу тураһында хыялландым һәм репетитор яллап, имтихандарға ныҡлы әҙерләнә башланым. Ярты йылдан һуң, Башҡорт дәүләт медицина университетының “Дауалау” факультетына уңышлы һынау тоттом. Һуңғы курстарҙа уҡығанда неврология йәки кардиология йүнәлешенән китергәме, тип оҙаҡ ҡына уйландым. Бер йыл кардиология буйынса интернатура үткәндән һуң, тыуған ҡалама табип-кардиолог булып эшкә ҡайттым һәм 11 йылдан ашыу ошонда эшләйем. Бүлек мөдире итеп тәғәйенләнеүемә өс йыл тирәһе.

► Һуңғы йылдарҙа бүлектә ниндәй үҙгәрештәр булды һәм яңы коронавирус эпидемияһы эшегеҙгә ниндәй йоғонто яһаны.
- Беҙгә 2019 йылдың ғинуарында коронарография аппараты (йөрәк тамырҙарына контраст матдә индереп яһалған рентгенография) ҡуйылыуы ҡыуаныслы ваҡиғаларҙың береһе булды. Бығаса был процедураны үтеү өсөн сирлеләрҙе Өфөгә ебәрергә тура килә ине. Беҙгә район-ҡала халҡынан тыш, Межгорье ҡалаһы, Бөрйән, Учалы һәм өлөшләтә Әбйәлил районы (ҡалғаны Магнитогорсҡ ҡалаһына ҡарай) беркетелгән. Ауыр сирлеләрҙе үҙебеҙҙә дауалау мөмкинлеге булмағанда, Республика кардиология үҙәгенә шул уҡ көндә алып барып еткерәбеҙ. Ғөмүмән, үҙәк менән тығыҙ бәйләнештә эшләйбеҙ, ниндәй генә осраҡта ла мөрәжәғәт итеп кәңәшләшәбеҙ. Беҙҙә табип-кардиолог булып тәжрибәле, үҙ эшен яҡшы белгән белгестәр - Надежда Ивановна Титова, Ольга Владимировна Мирошниченко эшләй. Оҙаҡ йылдар табип булып эшләгән остазым, уҡытыусым Октябрина Ивановна Шобухова 2017 йылда яҡты донъянан китеп барҙы. Уны тик йылы хәтирәләр менән генә иҫкә алабыҙ…

Бүлек йәмғеһе 40 урынға иҫәпләнгән. Урындар күпселек осраҡта етешмәй һәм ауырыуҙарҙың хәлдәренә ҡарап, сиратҡа ҡуйырға тура килә. Коронавирус башланғандан алып, дауаханала һаулыҡтарын нығытырға теләгәндәр һаны бер аҙға кәмене. Сәбәбе билдәле - COVID-19 йоҡтороуҙан ҡурҡалар. Яңы пациентты ҡабул итеү менән айырым бүлмәгә урынлаштырабыҙ һәм ПЦР тест алабыҙ. Бер тәүлектән һуң, тест һөҙөмтәһе әҙер булып, кире һөҙөмтә биргән осраҡта дөйөм палатаға күсерәбеҙ. Ковид асыҡланһа ғына, хәленә ҡарап амбулатор дауаланыуға, йәки ковид-госпиталгә күсерелә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, телевизорҙа, Интернетта йөрөгән имеш-мимештәргә ышанып, әле булһа коронавирусҡа ҡаршы прививка эшләтмәй йөрөгәндәр бар. Форсаттан файҙаланып, һаулыҡтары буйынса сикләүҙәр булмаған барлыҡ граждандарҙы вакцинацияланырға саҡырам.

► Йөрәк сирҙәре кемдәрҙә йышыраҡ теркәлә.
- Ирҙәрҙә. Улар тәмәке тартыу, дөрөҫ туҡланмау арҡаһында нәҫелдән бирелгән сирҙәрҙең аҙыуына юл ҡуялар. Бигерәк тә гипертония, ишемик сирҙәр, йөрәк ритмының боҙолоуы күп теркәлә. Хаҡлы ялға сығыу йәше оҙайтылғандан һуң ҡатын-ҡыҙҙар араһында ла йөрәк сирҙәре бермә-бер артты. Беҙҙең пациенттар ваҡытында дауаханаға эләккән хәлдә, ғәҙәти йәшәү рәүешенә кире әйләнеп ҡайта ала. Кешенең үҙ тырышлығы, ихтыяр көсөнән дә күп нәмә тора. Әгәр табиптар ҡушҡанды теүәл үтәмәһәң, ваҡытында тейешле дарыуҙарҙы эсмәһәң, процедураларҙы эшләмәһәң - алға китеш булмай. Дауаланыусыларҙың өстән ике өлөшөн хроник сирлеләр тәшкил итә.

► Йөрәк сирҙәрен иҫкәртеү өсөн ниндәй кәңәштәр бирер инегеҙ?
- Сәләмәт йәшәү рәүеше алып барырға, дөрөҫ туҡланырға, күберәк саф һауала йөрөргә, ял итергә кәрәк. Үҙҙәрен аямай, ғаиләһен ҡарайым, кредит, ипотекаһын тиҙерәк түләп бөтәйем тип, көн-төн ял белмәй эшләгән йәштәр күп. Ә бит тап ошо ваҡытта уҡ, улар үҙ һаулыҡтарына иғтибар бүлергә, йылына бер тапҡыр булһа ла анализдар бирергә, УЗИ үтергә, йөрәк эшмәкәрлеген тикшертергә тейеш. Тәмәке тартыуҙы ташлау - йөрәк сирҙәре хәүефен ике тапҡырға кәметә, сөнки уны тартҡан ваҡытта ҡан тамырҙары киҫкен ҡыҫыла һәм йөрәккә һауа етешмәй. Һуңғы йылдарҙа кешеләр артыҡ ҡыҙыусанға, ярһыусанға әйләнде. Бының сәбәбе билдәле - тормошта тотороҡлоҡ юҡ. Ә кеше бөтә эмоцияларҙы йөрәге аша үткәрә.

► Һәр эштең үҙ проблемалары бар. Билдәле, һеҙ ҙә уларҙан азат түгелдер?
- Тәү сиратта кадрҙар мәсьәләһен хәл итеү киҫкен тора. Беҙгә бик күп белгестәр талап ителә. Кадрҙарҙың ситкә китеүенә юл ҡуймаҫҡа, улар тыуған ҡалаһында, районында эшкә ҡалһын өсөн йәшәү урындары менән тәьмин итергә, лайыҡлы эш хаҡы булдырырға кәрәк. Әйткәндәй, әле беҙгә йәш ординаторҙар килде. Улар шул тиклем тырыштар, егәрлеләр, эштәренә яуаплы ҡарайҙар, кәрәк булғанда ковид-госпиталгә лә ярҙамға баралар. Ошондай дәртле, көстәре ташып торған йәштәрҙең күберәк килеүен теләр инем.

Йәнә табип-терапевтар менән ҙур проблема. Улар ҡала поликлиникаһында ла, дауахана ҡаласығында ла, тиҙ ярҙам бүлегендә лә етешмәй. Ҡағыҙ эше күп. Бихисап карталарҙы, дауахананан сығарыу, дауалау барышын теркәү документтарын тултырыу өсөн әллә күпме ваҡыт талап ителә. Бының өсөн табиптарға айырым кеше бирелһә, шул арала йәнә бер-нисә кешене дауалап өлгөрә алыр инек.

► Эшегеҙ ауыр ҙа, яуаплы ла булыуына ҡарамаҫтан…
-…уны шул тиклем яратып, күңелемде биреп атҡарам, унан ҡәнәғәтлек алам. Бигерәк тә ауырыуҙарҙың һауығып сығыуын, ҡәҙимге йәшәү рәүешенә ҡайта алыуҙарын күреү, уларҙың рәхмәт һүҙҙәрен ишетеү ҡыуаныслы. Ҡайһы бер пациенттар шул тиклем хәтерҙә уйылып ҡала, онотолмай, оҙаҡ ҡына улар тураһында уйланып йөрөйһөң. Күптәренә, һауығып сыҡҡас та, телефон аша хәлдәрен белешеп, кәңәштәремде биреп торам, уларҙы урамда, магазинда осратҡанда танып, иҫәнлек-һаулыҡ һорашам. Яғымлы һүҙ йән аҙығы ғына түгел, йән, тән дауаһы ла. Шуға күрә, беҙгә, айырыуса табиптарға, пациенттар менән итәғәтле булырға кәрәк.
► Әңгәмәгеҙ өсөн ҙур рәхмәт, Айгөл Урал ҡыҙы! Эшегеҙҙә уңыштар юлдаш булһын!

 

Автор:Расима Салихова
Читайте нас: