Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
17 Декабрь 2021, 12:01

Оноторға хаҡыбыҙ юҡ!

Осрашыуҙа золом ҡорбандарының балалары, туғандары һәм ҡаланың 1-се мәктәбенең XI класс уҡыусылары һәм уҡытыусылары ҡатнашты.

Оноторға хаҡыбыҙ юҡ!
Оноторға хаҡыбыҙ юҡ!

Музей директоры Елена Миронова 30-сы йылдарҙа Белорет ҡалаһы һәм районы биләмәһендә “халыҡ дошманы” мөһөрө тағылғандар өсөн биш спецпоселок булдырылыуын, тәүге биш йылда яңы ижтимағи системаға теге йәки был сәбәптәр арҡаһында яраҡлаша алмағандар өсөн ниндәй ҡот осҡос һынауҙар ябырылыуын һөйләп үтте.

Беҙҙең илдә беренселәрҙән булып сәйәси золом ҡорбандарына арнап билдәһеҙ кеше тарафынан Магаданда ҡуйылған “Ҡайғы битлеге” һәйкәле, Екатеринбург ҡалаһындағы “Европа-Азия ҡайғы битлеге” һәйкәлдәре менән таныштырылды. Елена Александровна районда иң тәүге һәйкәлдең Көҙйылғала барлыҡҡа килеүен, күпләп үлтереү, атыштар булған урындарға үҙ аҡсаларына иҫтәлекле мемориалдар урынлаштырған, тарихи үткәндәргә битараф булмаған кешеләрҙең барлығына һоҡланыуын белдерҙе. (Әйткәндәй, быйылғы йылда Нура спецпоселогында һөргөнгә ебәрелгәндәрҙең балалары, туғандарының иғәнәләренә төҙөлгән һәйкәл ҡуйылды).

Осрашыу барышында крайҙы өйрәнеүсе, рәссам, Белорет музейына нигеҙ һалыусы Михаил Фомич Чурко, 1926-1928 йылдарҙа Белорет тау заводы идарасыһы, 1930-1932 йылдарҙа Белорет металлургия комбинаты начальнигы, 1932-1935 йылдарҙа тимер сым заводы директоры, 1938-1954 йылдарҙа репрессияла булған Садиҡ Миҙхәт улы Чанышев тураһында һөйләнеләр.

Риф Шакиров ҡасандыр һөргөнгә ебәрелгәндәрҙең күбеһе БМК-ла эшләүен, уларҙың етештереү өсөн сеймал әҙерләүҙәрен, Чанышевтың
яҙмышын иҫкә алды.

Отнуроктан Сәкинә Килдина атаһы Лут Абдулла улы Абдуллиндың яҙмышын хәтергә алды, ауылдарынан бик күп кешеләрҙең ҡулға алыныуын һәм Отнурокта сәйәси золом ҡорбандарына арнап һәйкәл ҡуйыу мәсьәләһен күтәрҙе. Уның
тәҡдимен барыһы ла хуплап ҡабул итте.

Артабан Нуриман Шаһибәковтың ысынбарлыҡта булған ваҡиғаларға нигеҙләнеп яҙылған “Прими их души, Господи” китабы тураһында һөйләп үтелде, “Белорет - 30-40 йылдарҙа” китабы авторы Клавдия Матвеева уның эстәлеге, яҙылыу тарихы менән таныштырҙы.

Осрашыуға йыйылғандар тарихи хәтерҙе киләсәк быуынға тапшырыу, үткәндәрҙе оноторға юл ҡуймау, иҫкә алып тороу кәрәк, тигән фекерҙә таралышты.

Автор:Расима Салихова
Читайте нас: