Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
30 Декабрь 2021, 14:28

Уларға уңыш йылмайҙы

Муниципаль район хакимиәтендә район хакимиәте башлығы Андрей Иванюта уҡыусыларға, уҡытыусыларға VII “Йәш һөнәрмәндәр” (Worldskills Russia) республика һөнәри оҫталыҡ чемпионатындағы уңыштары, Рәсәй Федерацияһы ҡотҡарыусылары көнө уңайынан 44-се янғын һүндереү хеҙмәткәрҙәренә, яҡшы эштәре өсөн ауыл хужалығы эшсәндәренә наградалар тапшырҙы.

Уларға уңыш йылмайҙы
Уларға уңыш йылмайҙы

VII “Йәш һөнәрмәндәр” (WorldskillsRussia) республика һөнәри оҫталыҡ чемпионатында “Ҡотҡарыу эштәре” компетенцияһында I урын яулағандары өсөн Башҡортостан Республикаһының Мәғариф министрлығының Дипломы һәм Башҡортостан Республикаһының Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының Рәхмәт хаттары менән Батыр Миһранов, Дарья Рубанова, Игорь Исаев, Станислав Кузнецов, Карина Рәхимова, ошо уҡ компетенцияла III урын яулағандары өсөн Егор Цыганов, Илгиз Миһранов, Дмитрий Попов, Ирина Фидиева, Виталий Еремкин, “Банк эше” компетенцияһында II урын яулағаны өсөн Башҡортостан Республикаһының Мәғариф министрлығының Дипломы менән Анастасия Сучилина, “Ҡотҡарыу эштәре” компетенцияһында юғары һөҙөмтәләргә ирешкәндәре өсөн Алексей Харькин, Сергей Галицков Башҡортостан Республикаһының Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының Рәхмәт хаттары, Алевтина Рассказова муниципаль район хакимиәтенең Рәхмәт хаты, “Ветеринария” компетенцияһында III урын яулағаны өсөн Богдан Симонови Башҡортостан Республикаһының Мәғариф министрлығының Дипломы менән бүләкләнде.

VII “Йәш һөнәрмәндәр” республика һөнәри оҫталыҡ чемпионатында Алена Сафронова, уҡытыусыһы Юлия Ломакина, Елизавета Соколова, уҡытыусыһы Денис Әхмәҙиев, Руслан Йомағужин, Евгений Николаев, уҡытыусылары Евгения Москалева ҡатнашҡан өсөн Дипломы менән, III урын яулағандары өсөн Анастасия Попова һәм уның уҡытыусыһы Римма Әҙелмырҙина Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығының Дипломдары менән наградланды.

Андрей Иванович юғары һөнәри оҫталығы, эшенә тоғро һәм яуаплы ҡарағандары өсөн һәм һөнәри байрамдары айҡанлы 44- се янғын һүндереү отряды хеҙмәткәре Михаил Пиндюринға, Ирина Маминоваға, Айнур Иҫәнбаевҡа, Динис Мәғәфүровҡа, Евгений Кузнецовҡа, Илнур Ишмырҙинға муниципаль район хакимиәтенең Рәхмәт хаттарын тапшырҙы.

Башҡортостандың ауыл хужалығы тармағында тырыш хеҙмәттәре өсөн Вадим Кучербаев (КФХ), Алик Махиянов (КФХ), Әҡсән Төхвәтуллин (КФХ), Инна Рудичева (“Башҡорт тау үләндәре” йәмғиәте), Ильяс Хафизов (“Игенсе” йәмғиәте), Вәлит Ҡорманғәлиев (КФХ) Башҡортостан Республикаһының Ауыл хужалығы министрлығының Почет грамоталары менән бүләкләнде. “2021 йылда үҙ һөнәренең оҫтаһы” номинацияһында “Ҡағы” йәмғиәте тракторисы Алексей Борисов һәм шәхси эшҡыуар Р. Мөхәмәтдиновтың бухгалтеры Розалия Мөхәмәтдинова билдәләнеп, Башҡортостан Республикаһы Ауыл хужалығы министрлығының Почет грамоталарына лайыҡ булды.

Ауыл хужалығы продукцияһын етештереү һәм эшкәртеү өлкәһендәге юғары һөҙөмтәләре өсөн Гөлнара Абдуллинаға (КФХ), Александра Симоноваға (шәхси эшҡыуар), Гөлгөнә Бадаловаға (шәхси эшҡыуар), ҡортсолоҡ продукцияһын етештереүҙәге яҡшы һөҙөмтәһе өсөн Дмитрий Дубровскийға, үҫемлек продукттарын етештереүҙәге яҡшы һөҙөмтәләре өсөн Илгиз Һаруновҡа (КФХ), Маргарита Миняеваға (КФХ), Наталья Тимерғәлиеваға (шәхси эшҡыуар), Рәүф Хәлитовҡа
(КФХ), Рәүф Мәғәфүровҡа (КФХ) һәм Галина Исаеваға (КФХ) муниципаль район хакимиәтенең Рәхмәт хаттары тапшырылды.

Автор:Расима Салихова
Читайте нас: