Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
9 Февраль 2022, 17:03

Мутлыҡ юлы - хурлыҡ

Ир төрлө билдәһеҙ иҫәптәргә 100 меңгә яҡын аҡса күсерә. Аҙаҡтан ғына үҙенең алданыуын аңлай һәм...

Мутлыҡ юлы - хурлыҡ
Мутлыҡ юлы - хурлыҡ

Эске эштәр бүлегенә Яңы Абҙаҡ ауылынан 66 йәшлек граждан мөрәжәғәт итә. Ир Интернеттағы заманса реклама шауҡымы менән инвестицияла аҡса эшләргә була. Ул күрһәтелгән һылтанма буйынса инеп теркәлә, унан һуң уның менән ҙур инвестиция компанияһы вәкилдәре бәйләнешкә инә һәм биржала һатыу итеү өсөн аҡса инвестицияларға тәҡдим итәләр. Ир төрлө билдәһеҙ иҫәптәргә 100 меңгә яҡын аҡса күсерә. Аҙаҡтан ғына үҙенең алданыуын аңлай һәм полицияға мөрәжәғәт итә. Был факт буйынса Рәсәй Федерацияһының Енәйәт кодексының “Мутлашыу” статьяһы буйынса эш асылған.

Йәнә бер күңелһеҙ хәлгә Тирлән ауылында йәшәгән 84 йәшлек ҡатын тарый. Уға билдәһеҙ кеше шылтыратып, ҡасандыр һатып алған дарыуҙары өсөн компенсация түләнеүе тураһында хәбәр итеүҙәрен белдерә. Тик был эште ойоштороу өсөн уға 10 мең һум аҡса күсерергә кәрәк була. Оло кеше шикләнеп, енәйәтсегә бер ниндәй ҙә аҡса күсермәй. Был осраҡ буйынса енәйәт эше бара.

Автор:Расима Салихова
Читайте нас: