Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
18 Февраль 2022, 15:21

Афған шаңы йөрәктәрҙә

Яугир-интернационалистарҙы иҫкә алыу көнөндә Совет ғәскәрҙәренең Афғанстандан сығарылыуына 33 йыл тулыуға арнап “Еңеүҙең 40 йыллығы скверы”нда тантаналы митинг уҙҙы.

Афған шаңы йөрәктәрҙә
Афған шаңы йөрәктәрҙә

Тантанаға афған яугирҙары, был ваҡиғаға битараф булмаған кешеләр йыйылды. Ҡотлау өсөн һүҙ муниципаль район хакимиәте башлығы Андрей Иванютаға бирелде: “Афған һуғышында беҙҙең райондан 423 ир-егет ҡатнаша. Шуларҙың 8-ҙенә тыуған яҡтарына кире әйләнеп ҡайтырға насип булмай. Бөгөнгө көндә район-ҡалала 200-ҙән кәмерәк ветеран иҫәпләнә. Улар йыл әйләнәһенә волейбол, баскетбол, тау саңғыһы, хоккей, өҫтәл теннисы, кәмәлә йөҙөү буйынса бик күп спорт саралары ойоштора. Был сараларҙа балалар ҙа, йәштәр ҙә, запастағы хәрбиҙәр ҙә ихлас ҡатнаша. Шулай уҡ ҡаланы төҙөкләндереү, балалар һәм спорт майҙансыҡтары ҡуйыу менән шөғөлләнәләр, өмәләрҙә ҡатнашалар. Хөрмәтле ветерандар! Һеҙгә ҡатмарлы һынауҙар аша үтеп тә кешелекле, кеселекле булып ҡалғанығыҙ, Тыуған илегеҙҙе яратҡанығыҙ, хөрмәтләгәнегеҙ һәм үҙ миҫалығыҙҙа киләсәк быуында патриотик рух тәрбиәләгәнегеҙ өсөн ҙур рәхмәтемде белдерәм”, - тине Андрей Иванович.

Тәбрикләү һүҙҙәре менән шулай уҡ “Хәрби туғанлыҡ” йәмәғәт ойошмаһы рәйесе урынбаҫары Александр Веников, Белорет, Межгорье ҡалалары, Белорет һәм Бөрйән райондары хәрби комиссары Айбулат Дәүләтбирҙин сығыш яһаны.

Һәйкәлгә веноктар, сәскәләр һалынғандан һуң, митинг Афған һуғышында һәләк булғандарҙы һәм мәрхүмдәрҙе иҫкә алып, бер минут тынлыҡ иғлан ителеү менән тамамланды. 

Автор:Расима Салихова
Читайте нас: