Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
25 Февраль 2022, 10:36

Ниәттәр тормошҡа ашһын

2018 йылдан башлап “Урындағы башланғыстарҙы хуплау” программаһы халыҡҡа күптән уйлаған ниәттәрен тормошҡа ашырыуға юлдар аса.

Ниәттәр тормошҡа ашһын
Ниәттәр тормошҡа ашһын

Проектта Егәҙе ауылы хакимиәте лә әүҙем ҡатнашып килә. Мәҫәлән, ошо йылдар арауығында Егәҙегә тағылмаһы һәм махсус ҡоролмаһы булған трактор алыу, Өмөтбай ауылындағы үҙәк урамдың юлын ремонтлау, Ботай, Баҡый ауылдарындағы зыяраттарҙың кәртәләрен алмаштырыу кеүек эштәр атҡарылды.

Уҙған йылдың ноябрь, декабрь айҙарында Егәҙе ойошмалары етәкселәре, депутаттар менән берлектә Совет ултырыштары үткәрелеп, уларҙа өс проект ҡаралды: Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына ҡуйылған һәйкәлде төҙөкләндереү; зыярат кәртәләрен алмаштырыу; Нурислам Шәйхулов урамындағы яҡтыртыу ҡоролмаларына капиталь ремонт эшләү.

Эпидемиологик санитар нормаларҙы үтәп, һәр урамдан 30-ар кеше йыйылып, 5 йыйылыш үткәрелде. Уларҙа ҡатнашҡан 104 кеше араһынан 102 тауыш менән ауылдаштар бер тауыштан һәйкәлде тулыһынса төҙөкләндереү проектын һайланы.

Шулай уҡ инициатив төркөм дә һайланды. Улар эш барышын мәғлүмәти яҡтан яҡтыртыуҙы һәм контролдә тотоуҙы үҙ өҫтөнә алды. Инициатив төркөмгә Виктор Николаевич Серегин, Рәил Ишмырҙа улы Ғәлиуллин, Алексей Николаевич Серегин, Надежда Владимировна Ильичева, Галина Михайловна Аверьянова, Светлана Ивановна Быкова, Тимербулат Абдрахман улы Сафуанов, Марина Геннадьевна Зарипова, Алина Юлай ҡыҙы Ирғәлина индерелде.

Беҙҙең бурысыбыҙ - йәш быуынға ата-бабаларыбыҙҙың яҡты иҫтәлеген һаҡлап ҡалдырыу.

Ҡәҙерле ауылдаштар! “Урындағы башланғыстарҙы хуплау” программаһы - ул Республика, ауыл хакимиәте бюджетын, ауыл халҡының һәм юридик берәмектәрҙең аҡсаһын берләштереп социаль-әһәмиәтле проблемаларҙы хәл итеүгә йүнәлтә. Беҙҙең башланғысты яҡлап, ошо изге эште үтәп сығыуҙа һәр беребеҙ үҙ өлөшөн индерер тип ышанабыҙ!

Гөлсирә ҺИҘИӘТОВА, башҡорт теле уҡытыусыһы.

Автор:
Читайте нас: