Район хакимиәте башлығы Андрей Иванюта: “Республика Хөкүмәте, район-ҡала хакимиәте исеменән сертификатҡа эйә булыуығыҙ менән ихлас ҡотлайым. Бөгөн уның күп балалы ғаиләләргә тапшырылыуы үтә лә ҡыуаныслы. Матур, иркен йорттарығыҙҙа киләсәктә иҫән-һау, тыныс тормошта йәшәргә яҙһын”, - тине һәм торлаҡ һатып алыуға йәки шәхси торлаҡ төҙөлөшөнә дөйөм 4,5 миллион һум суммаға социаль түләүҙәрҙе “Торлаҡ” федераль маҡсатлы программаһында ҡатнашыусы 3 ғаиләгә тапшырҙы.
Фирүзә һәм Бәхтиәр Маликовтар дәүләт ярҙамын алыуға сиратҡа 2010 йылда торғандар. Ғаиләлә 12 йәшлек Карина, 9 йәшлек Данияр һәм тиҙҙән бер йәшен тултырасаҡ Арслан исемле балалар тәрбиәләнә. “Әлеге йәшәгән фатирыбыҙ ипотекаға алынған һәм бик бәләкәй. Был сертификат суммаһына уны киңәйтергә йыйынабыҙ. Үҙем “Феникс”та ашнаҡсы, ә тормош иптәшем - водитель. Һәр бер ата-әсә кеүек беҙ ҙә балаларыбыҙҙың үҙ бүлмәләре булыуын теләйбеҙ. Дәүләтебеҙҙең йәш ғаиләләргә, бигерәк тә күп бала тәрбиәләгәндәргә торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға ярҙам күрһәтеүе ҡыуаныслы. Шатлығыбыҙҙың сиге юҡ”, - ти Фирүзә Эркин ҡыҙы.
Динияр, Тимур һәм Хәйҙәр исемле өс ул тәрбиәләгән Эльза Байрамғәлина тантаналы сараға өлкән улы менән килгән:
- Миңә башта етем булараҡ дәүләттән бүлмә бирелгәйне. 2008 йылда торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға сиратҡа торҙом. Бер аҙҙан бүлмәмде һатып, өй алдым. Сертификат аҡсаһын уны төҙөкләндереү, уңайлы йәшәү шарттары булдырыу өсөн тотонасаҡмын. Ниһайәт, улдарымдың да, минең дә
күптәнге хыялдарыбыҙ тормошҡа ашасаҡ. Бөгөн кесе улымдың 1 йәше. Бер көндә ике шатлыҡ, - ти ул.