Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
18 Март , 20:51

“Борсолма, әсәй, барыһы ла яҡшы булыр...”

...Биш йыл буйы тәҡәт итеп көтөп алынған һөйөклө бала... Ҡояштай балҡып торған ғәжәп көләкәс, ихлас, ипле, эскерһеҙ. Өс малайҙың иң олоһо булғанғалырмы, үтә яуаплы, ғәҙел, тәүәккәл дә... Ине... Эйе, нисек кенә ауыр булмаһын, Исмаҡай егете Денис Фәнил улы Сафин тураһында бары үткән заманда ғына һөйләргә ҡалды. Рәсәй хәрби көстәренең Украиналағы махсус операцияһы мәлендә батырҙарса һәләк булған яҡташыбыҙ бөгөн үҙ атайсалына мәңгелеккә ҡайтты...

“Борсолма, әсәй,  барыһы ла яҡшы булыр...”
“Борсолма, әсәй, барыһы ла яҡшы булыр...”

Денис 1995 йылдың 1 февралендә Лилиә һәм Фәнил Сафиндарҙың татыу ғаиләһендә донъяға килә. 2002 йылда Исмаҡай мәктәбенең беренсе класына уҡырға бара. Тыныс, итәғәтле, тырыш малайҙы уҡытыусылар ҙа, тиҫтерҙәре лә үҙ күрә.

- Денис өлгөлө уҡыусыларыбыҙҙың береһе ине. Һәләк ярҙамсыл, аҡыллы, яуаплы, әүҙем булыуы менән айырылып торҙо. Дәрестәргә ентекле әҙерләнде. Мәктәптә ойошторолған бер генә сара ла унан тыш уҙманы. Әсәһе Лилиә Рәил ҡыҙы ла мәктәп тормошонда ҡайнап йәшәне. Әйткәндәй, тик малайҙар ғына уҡыған класс һәр йәһәттән алдынғылыҡты бирмәне. Спорт ярыштарында ла уларға етеүсе булманы. Денис иһә айырыуса футбол, шахмат уйындарын үҙ итте, матур итеп һүрәт төшөрҙө, ҡурайҙа уйнарға өйрәнде. Ғөмүмән, ояһында ни күрһә, осҡанында шул булыр, тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәр бит - Сафиндар ауылыбыҙҙа тырыш, эшһөйәр, ипле ғаиләләр иҫәбендә. Лилиә Рәил ҡыҙы менән Фәнил Ғәли улы өс малайға яҡшы тәрбиә биргән, Ватанға ҡалҡан булыр илһөйәр, батыр ир-егет итеп үҫтергән, - ти һалдат тураһында Исмаҡай мәктәбе директоры Ғәфифә Нәҡип ҡыҙы Хитауллина.

Етәксенең һүҙҙәрен математика уҡытыусыһы Хәмдиә Ғәлимйән ҡыҙы Йосопова ла ҡеүәтләй:

- Денис һәр саҡ беренсе партала ултырҙы. Сәбәпһеҙ дәрес ҡалдырғанын бөтөнләй хәтерләмәйем. Теүәл фәндәрҙе яратты, математика дәресендә ҡулы гел күтәреүле ине. Класташтарына ла теләп ярҙам итте, үҙенән өлкәндәргә хөрмәт менән ҡараны, - ти педагог.

Эйе, кемдән генән һорама, бер-береһе өсөн өҙөлөп торған, һәр йәһәттән  терәк-таяныс булған Сафиндар ғаиләһен һәммәһе лә тик яҡшы яҡтан ғына телгә ала. Урман-тауҙар ҡамауында төпкөлдә ятҡан бәләкәй ауылда эш юҡлыҡҡа һылтанмағандар - Лилиә Рәил ҡыҙы заказға әйбер тегә, алтын ҡуллы ғаилә башлығы семәрле һандыҡтар эшләй. Уландарының барыһын да белемле итергә тырышҡан улар. Уртансылары Данил вахта ысулы менән сәнәғәт альпинисы, кесе улдары Нил - Белорет металлургия колледжы студенты.   

...Мәктәпте тамамлағандан һуң, 2011 йылда Денис Учалы тау сәнәғәте колледжына уҡырға инә. Бында ул электр ҡорамалдарҙы ремонтлау һәм хеҙмәтләндереү буйынса электромонтер һөнәрен үҙләштерә. Ҡулына ҡыҙыл диплом алыу менән 2014-2015 йылдарҙа ил алдында хәрби бурысын үтәй. Әрме хеҙмәтенән һуң Белорет икмәк комбинатына электрик булып эшкә урынлаша.

2017 йылда Силәбе өлкәһе Сыбаркүл ҡалаһындағы 87441-се хәрби частың 90-сы танк дивизияһына өлкән механик-водитель булып контракт буйынса хәрби хеҙмәт килешеүе төҙөй. Яҡшы хеҙмәте өсөн 2018 йылда Рәсәй Федерацияһы Оборона министрлығының “Көнсығыш - 2018” хәрби күнегеүҙәренең миҙалы менән наградлана.

...Денис Сафин 5 март көнө хәрби операция мәлендә һәләк була. Һалдаттың үлеме тураһында яҡындары 10 мартта ғына хәбәр ала...

- Тәбиғәтте, тынлыҡты яратты улыбыҙ. Ялға килгән саҡтарында һыу буйында балыҡ тотоп һилләнеп ҡайтыр ине. Итәғәтлелеге, һөймәлеклелеге менән айырылып торҙо. Беҙҙең күңел тыныслығын һаҡлап, үҙ проблемаларын да һөйләмәне, барыһы ла яҡшы минең, тиер ҙә йылмайыр ине... - Ҡара ҡайғы кисергән атай-әсәй йөрәге нисек түҙәлер инде...

- Учалыла уҡығанында Денис улым дүрт йыл үҙемдә йәшәне. Шул тиклем дә зирәк, инсафлы, тәрбиәле баланы күргәнем булманы... - ти ейәне тураһында хәсрәткә батып Рауза апай. Яҡын туғандары - Радик Мәхмүтов, Наилә Шакирова ла һалдаттың кешелекле, кеселекле булыуын, маҡсатҡа ынтылышлылығын, рухи һәм физик яҡтан бешелеген һыҙыҡ өҫтөнә алды.

15 ғинуарҙа Сафиндар уртансы улдары Данилға никах уҡыта. Яйын тура килтереп, Денис бер көнгә булһа ла ғаилә байрамына ашыға... 20 февраль көндө иһә видеошылтыратыу аша туғандары менән һуңғы тапҡыр бәйләнешкә сыға. “Башта 10 минуттай әсәйебеҙ менән, һуңынан тағы шул сама минең менән аралашты ағайым. Үҙен тыныс тотто. Хатта көлөшөп тә алдыҡ... ” - ти Данил кисерештәрен тыйып тоторға тырышып...

26 февраль. “Борсолма, әсәй, барыһы ла яҡшы булыр...” Әсә менән ул араһындағы бер нисә секундлыҡ һөйләшеүҙең һуңғыһы булыр тип кем уйлаһын...

Украина территорияһында барған хәрби операция мәлендә батырҙарса һәләк булған Ватан улы - Денис Сафин оло хөрмәт менән тыуған тупрағында - Исмаҡай ауыл зыяратында ерләнде.

Редакция хеҙмәткәрҙәре мәрхүмдең ғаиләһенең, яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлаша.

Автор:Нэркэс Сулейманова
Читайте нас в