Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
26 Апрель 2022, 16:53

Фажиғә ҡабатланмаһын!

Ҡалала Чернобыль АЭС-ындағы авария эҙемтәләрен бөтөрөүҙең 36 йыллығына арналған  митинг уҙҙы. Унда Чернобыль ветерандары, уларҙың туғандары һәм был ваҡиғаға битараф булмаған халыҡ йыйылды.

Фажиғә ҡабатланмаһын!
Фажиғә ҡабатланмаһын!

36 йыл элек бөтә донъяны тетрәндергән ваҡиға эҙемтәләре әле лә үҙен оноттормай. Ҡот осҡос техноген һәләкәт күптәрҙең ғүмерен ҡыйҙы, инвалидлыҡҡа дусар итте, яңы быуын сәләмәтлегендә лә фажиғә сағылыш тапты. 1987 йылда беҙҙең районда ветерандарҙың һаны 114 кеше була- тап шунса Белорет һәм Межгорье ҡалаһы халҡы Украинала авария эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ҡатнаша.

Митинг барышында муниципаль район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Илгиз Теләүбаев, район Советы рәйесе Дилә Хәмзина, Белорет, Межгорье ҡалалары, Белорет һәм Бөрйән райондары хәрби комиссары Айбулат Дәүләтбирҙин, “Берҙәм Рәсәй” партияһының урындағы бүлеге рәйесе Ирина Ванина, Чернобыль ветераны Игорь Козлов сығыш яһаны.

 Игорь Васильевич үҙ телмәрендә Чернобылдә ҡатнашҡан ветерандар, улар уҡыған мәктәптәрҙә мәғлүмәт стендтарын булдырыу кәрәклеген, улар менән туған мәктәптәре ғорурланырға һәм уҡыусылар  был хаҡта белеп үҫергә тейешлеге тураһында әйтеп үтте.

Авария эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ҡатнашҡандарҙы иҫләп бер минут тын ҡалғандан һуң, обелискыға сәскәләр һәм венок һалынды.

Митинг һуңында Илгиз Сафый улы дүрт ветеранға “Чернобыль атом электростанцияһындағы аварияны ликвидациялауға 35 йыл" миҙалын тапшырҙы.

 

Вячеслав Йәнтимер улы Яшбулатов:

- Мин 1987 йылдың февралендә химразведка ротаһына водитель булып эләктем. Станцияға яҡын биләмәләрҙә көн һайын радиация кимәлен тикшереү менән шөғөлләндек. Ундағы ауылдарҙа бер кем дә юҡ, барыһы ла бикле, шомло ине. 36 йыл ваҡыт үтһә лә был көндәр онотолмай, һаулыҡта ла сағылышы бар. Киләсәктә бындай фажиғәләр ҡабатланмаһын өсөн кешелек унан һабаҡ алырға тейеш!

Автор:Расима Салихова
Читайте нас: