Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
13 Май 2022, 14:25

“Ул беҙгә түгел, ә үҙегеҙҙең һәм балаларығыҙҙың һаулығы өсөн кәрәк”

Туберкулез иң ҡурҡыныс инфекцион ауырыуҙар иҫәбенә инә. Йыл һайын илебеҙҙә уны йоҡтороуҙың миллионлаған осрағы теркәлә һәм, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уларҙың күптәре был сир арҡаһында яҡты донъя менән хушлаша. “Туберкулез менән сирле ике тапҡыр илай - иҫәпкә ҡуйылғанда һәм төшөрөлгән саҡта”, - тиҙәр. Был сир хаҡында тулыраҡ Республика туберкулезға ҡаршы диспансеры Белорет филиалының тын алыу органдары туберкулезы бүлеге мөдире, фтизиопедиатр Наилә ЮЛЪЯҠШИНА менән әңгәмәләштек.

“Ул беҙгә түгел, ә үҙегеҙҙең һәм балаларығыҙҙың һаулығы өсөн кәрәк”
“Ул беҙгә түгел, ә үҙегеҙҙең һәм балаларығыҙҙың һаулығы өсөн кәрәк”

►Наилә Вәхит ҡыҙы, һүҙебеҙҙе гәзит уҡыусыларыбыҙҙы һеҙҙең менән таныштырыуҙан башлайыҡ.
- Мин - Бөрйән районы ҡыҙы. Урта мәктәптән һуң Башҡорт дәүләт медицина университетының “Педиатрия” факультетын тамамланым. Өфөнөң 4-се йоғошло ауырыуҙар дауаханаһының “Балаларҙың инфекцион ауырыуҙары” кафедраһында бер йыл интернатура үткәндән һуң, хеҙмәт юлымды 2001 йылда Бөрйән районы Байназар участка дауаханаһында педиатр булып башланым. Фтизиатрия буйынса квалификациямды күтәрер өсөн 2003 йылда уҡып алғас, Белорет туберкулез диспансерының балалар бүлегенә фтизиатр булып эшкә килдем. 2010 йылда диспансер бер ни тиклем үҙгәрештәр кисерҙе: койкалар һаны ҡыҫҡартылды, балалар һәм үпкә сиренән тыш бүлектәр бөтөрөлөп, тын алыу органдары туберкулезы бүлеге генә ҡалдырылды. Әлеге көнгә тиклем мин ошо бүлектә мөдир булып эшләйем. Шулай уҡ фтизиопедиатр эшен алып барам, йәғни мантулары шешкән, туберкулезға шик булған, сирлеләр менән бәйләнешкә ингән балаларҙы (Белорет, Бөрйән, Учалы, Межгорье район-ҡалаларынан йүнәлтмә буйынса ебәрелгәндәрҙе) ҡабул итәм.

► Бөгөнгө көндә беҙҙең районда туберкулез менән сирләүселәр һаны артамы, әллә кәмеүгә табан барамы?
- Бер кимәлдә. Сағыштырмаса, күрһәткестәр республиканыҡына ҡарағанда түбәнерәк. Шулай уҡ туберкулездан үлеү осраҡтарының кәмеүе күҙәтелә. Статистика буйынса, сирлеләр һаны 100 мең кешегә 38-40 кеше тәшкил итә.

► Туберкулезды, совет осоронан айырмалы, бөгөнгө көндә нисек дауалайҙар? Ниндәй замана технологияларын ҡулланаһығыҙ?
- Элекке һәм бөгөнгө дауалау алымдары араһында айырма бар, әлбиттә. Хәҙер туберкулезға ҡаршы препараттар күберәк һәм улар замансараҡ. Совет заманындағыларын да бөтөнләй инҡар итмәнек. Химиотерапия режимы үҙгәрҙе һәм ул биш төргә бүленә. Шулай уҡ хирургик алымдар, яһалма пневмоперитонеум (ҡорһаҡ ҡыуышлығына газ индерелә һәм шул сәбәпле үпкәнең күләме кәмей) киң ҡулланыла. Яһалма пневмоперитонеум элек тә ҡулланылған, әммә бик
һирәк кенә. Йәнә “әҙ инвазивлы медикаментоз булмаған клапанлы бронхоблокация” тигән заманса технология алымы менән дауалайбыҙ. Тик был дауалау алымдарының барыһы ла Республика туберкулез диспансерының хирургия корпусында яһала.

Беҙ, Өфө белгестәре менән онлайн консультация үткәргәндән һуң, сирлеләрҙе хирургик күрһәткестәре буйынса баш ҡалаға ебәрәбеҙ. Стационарҙан һуң сирле кеше шифахана-курортта дауаланыуын дауам итә. Тик уларға асыҡ формалағы туберкулез менән ҡабул итмәйҙәр.

► Туберкулезды тулыһынса дауалап буламы?
- Сир ваҡытында асыҡланһа, әлбиттә, мөмкин. Әгәр инде ул аҙған булһа, кешенең эшкә яраҡлылығын, ғәҙәти йәшәү рәүешен ҡайтарыу йәки ғүмерен оҙайтыу, һаҡлау өсөн көрәшәбеҙ. Башланғыс стадияла был сир үҙен һиҙҙертмәй: кеше үҙен яҡшы тоя, эшләй, тән температураһы күтәрелмәй, йүткермәй, быуылмай. Был осорҙа туберкулез менән сирле булыу ҙы тик флюорография ғына күрһәтә ала. Шуның өсөн һәр кемгә йылына бер тапҡыр мотлаҡ рәүештә (!) уны үтергә кәрәк. Коронавирусҡа бәйле сәбәптәр арҡаһында күптәрҙең туберкулез менән сирләүе һуңлап асыҡланды. Сирле башта COVID-19-ҙан дауаланһа, һуңынан беҙгә ебәрелде. Әгәр ҙә сир профилактик күҙәтеү барышында асыҡланһа, кеше уны ни өсөн фтизиатрға ебәреүҙәрен аңламай. Үҙен бер ни ҙә борсомағанлыҡтан, был турала бөтөнләй онота һәм сир аҙғас ҡына табипҡа мөрәжәғәт итә. Был ваҡытта ул инде йылдан ашыу сирле булып сыға һәм уның туберкулез менән ауырығанын эргә-тирәләгеләрҙең береһе лә белмәй. Ә бит был мәлдә сир асыҡ формала булыуы ихтимал һәм башҡаларға йоғоуы бар. Бөгөнгө заманда беҙ туберкулезды профилактик күҙәтеү барышында асыҡларға тейешбеҙ. Был эш менән поликлиникалар, фельдшер-акушерлыҡ пункттары шөғөлләнә. Улар участкаларындағы граждандарҙың флюорография үтеү графигын төҙөргә һәм уның үтәлеүенә булышлыҡ итергә бурыслы. Был күҙәтеүҙе хәүеф төркөмөнә ҡарағандарға (шәкәр диабеты, үпкәнең хроник, ашҡаҙандың һәм йыуан эсәктең сей яра ауырыуҙары, ВИЧ инфекцияланғандар һ.б.) йылына ике тапҡыр үтергә тейеш.

► Ғәҙәттә туберкулезды ВИЧ менән ауырығандар, төрмәлә ултырғандар, асоциаль тормош менән йәшәгәндәр йоҡтора тип һанала. Был ысынлап та шулаймы?
- Юҡ. Уның менән иммун системаһы ҡаҡшаған һәр кем сирләргә мөмкин. Бигерәк тә оло йәштәгеләр, хроник сирҙәре булған кешеләр, стресс кисергәндәр, яман шешкә ҡаршы, гормональ, цитостатик, ген-инженерлы дарыу препараттары ҡабул иткән кешеләр хәүеф төркөмөнә ҡарай. Сирлеләр араһында балалар, студенттар, педагогтар, етәкселәр, етеш тормошта йәшәгән кешеләр ҙә осрай. Был бит һауа-тын юлдары аша йоға торған инфекцион ауырыу. Беҙ ауырыу кешеләр менән магазинда, транспортта һәм башҡа урындарҙа бәйләнешкә инергә мөмкинбеҙ. Күп осраҡта сирле кеше үҙенең башҡаларға хәүеф тыуҙырыуын белмәҫкә лә мөмкин. Шунлыҡтан был хаталы фекер.

► Ҡайһы бер ата-әсәләр яңы тыуған сабыйҙарына БЦЖ эшләтеүҙе инҡар итә. Йәнәһе, бер нисә генә көнлөк балаға был көслө вакцина ярамай. Быға ҡарашығыҙ?
- Был прививканан баш тартыу өсөн 100 мең кешегә 5 сирле тура килһә, бәлки, эшләтмәҫкә мөмкин булыр ине. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беҙҙә ауырыуҙар һаны күпкә юғары һәм беҙ бындай вайымһыҙлыҡҡа күҙ йомоп ҡарай алмайбыҙ. Беҙ бит яңы тыуған баланы кокон эсендә генә тота алмайбыҙ, уға стериль шарттар булдырыу мөмкинлеге юҡ. Уға балалар баҡсаһына йөрөргә, башҡалар менән аралашырға тура киләсәк.

Был һорауға бәйле бер хәлде миҫалға килтерер инем. Бер ғаиләлә БЦЖ-һы булмаған дүрт айлыҡ бала туберкулез йоҡтора. Етлекмәгән һәм кәүҙә ауырлығының үтә кәм булыуы сәбәпле, уның прививкаһы булмай. Ғаилә күп ҡатлы йорттоң өсөнсө ҡатында, ә беренсеһендә туберкулез менән сирле йәшәгән була. Әлбиттә, улар ҡунаҡҡа йөрөшмәй, сабыйға сир һауа-тын юлдары аша, бер подъезда йәшәү сәбәпле йоға. Был 4 айлыҡ балаға туберкулез буйынса төркөм бирелгән беренсе һәм табиптарҙы шаҡ ҡатырған осраҡ булып тора. Әсәйҙәр яңы тыуған сабыйҙарына БЦЖнан баш тартыр алдынан ошо хәлде иҫтәренә төшөрөр тип ышанам.

Бөгөнгө көндә балаларға БЦЖ-М варианты эшләнә, унда вакцинаның дозаһы ике тапҡырға әҙерәк (йәғни элек вакцина 0,05 мг. тәшкил итһә, хәҙер - 0, 025 мг.) һәм уның кире эҙемтәләре булғаны юҡ. Ҡайһы саҡ бер ниндәй ҙә прививкалары булмаған, туберкулезға шик тыуҙырған балаларҙы педиатрҙар беҙгә консультацияға ебәрә. Уларҙың ата-әсәләре, балаһына вакциналар эшләтмәүҙән тыш, үҙҙәре күп йылдар флюорография үтмәгән булып сыға. Беҙҙең киҫәтеүгә күп осраҡта кире ҡараш белдереп: “Ярай инде, үтәйем һеҙҙең флюорографияғыҙҙы”, - тип яуап бирәләр. Ә ул беҙгә түгел, уларҙың үҙҙәренең һәм балаларының һаулығы өсөн кәрәк икәнен аңлаһалар ине!

► Туберкулездан нисек һаҡланырға? Гәзит уҡыусыларға әйтер һүҙҙәрегеҙ...
- Ниндәй генә ауырыуҙанһаҡланам тиһәң дә, беренсе урында сәләмәт йәшәү рәүеше алып барыу тора. Аҡһымға бай ризыҡ менәнтуҡланырға кәрәк. Бигерәк тә студенттарға был турала йыш әйтәм,сөнки улар кәүҙә ауырлығын кәметеү өсөн организмға көн дә кәрәклематдәләрҙән баш тарта. Шундай хәлбулды: яҡшы ғына йәшәгән ғаиләләге егеткә студент сағында туберкулездиагнозы ҡуялар. Дүрт ай дауаланыпһауыҡҡас, ул был турала бөтөнләйонота. Ҡулына диплом алып, тыуғанҡалаһына ҡайтҡас, ике айҙан аҙғанике яҡлы туберкулез, козеоз пневмония, кахексия (ҡыҫҡа ваҡытта кәүҙәауырлығын юғалтыу) хәлендә беҙҙеңдиспансерға килеп эләкте. Ул ҡороһөйәк, ашай ҙа, эсә лә, йөрөй ҙә алмайине. Әсә кеше улының ни өсөн былхәлгә етеүе тураһында аныҡ ҡынаяуап бирә алманы, ул эшкә киткәндә лә, ҡайтҡанда ла уның йоҡлағанбулыуын ғына белдерҙе. Асыҡланыуынса, ғаилә “йәшел” диетаға күскәнһәм аҡһымдан бөтөнләй баш тартҡанбула. Ә ни өсөн был хәл килепсыҡҡан, тиһегеҙме? Кеше туберкулездан һауыҡҡан хәлдә лә, уның иммунитеты стерилләнмәйенсә ҡала. Йәғни, лимфа системаһында туберкулезтаяҡсалары һаҡлана. Егет аҡһымһыҙризыҡ менән туҡланғас, организмыүҙенә кәрәкле матдәләр менән тулыландырылмағас, таяҡсалар аҙа,күбәйә һәм үпкәгә тарала башлай.Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, козеоз пневмония үлем осрағы менән тамамлана. Был осраҡта ла шулай булды…18 йәштән өлкән һәр кешенең организмында туберкулез таяҡсаларыбар. Бары тик сирҙе булдырмау өсөндөрөҫ туҡланырға, рационда һәрваҡыт аҡһымдар, майҙар, углеводтарбулыуы кәрәк. Йылына бер тапҡырфлюорография үтергә, организмдытыңлай белергә, ул биргән “сигналдар”ға иғтибар итергә һәм ваҡытындатабиптарға күренергә кәрәк.

► Фәһемле лә, файҙалы ла әңгәмәгеҙ өсөн ҙур рәхмәт, Наилә Вәхит ҡыҙы!

Автор:Расима Салихова
Читайте нас: