Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
24 Август 2022, 17:07

Бушлай сыр ҡапҡанда ғына

Һуңғы ваҡытта кибермутлашыусылар билдәле бер банк үҙенең юбилейы уңайынан клиенттарына аҡса бүләк итеүе тураһында ялған мәғлүмәт йышайҙы. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Интернет менән ҡулланыусыларҙың бөтәһе лә бындай “киң күңеллелеккә” шикләнеп ҡарамай.

Бушлай сыр ҡапҡанда ғына
Бушлай сыр ҡапҡанда ғына

Шулай итеп, Белорет районы эске эштәр бүлегенә 69 йәшлек ҡатын социаль селтәрҙәр аша әхирәтенән уға 5000 аҡса отоуы тураһында хат килеүен хәбәр итә. Унда йәнәһе лә билдәле банк клиентына был аҡсаны алыу өсөн ни бары пластик картаһының һандарын ебәреү талап ителә. Мәғлүмәттең дөрөҫлөгөн тикшереп ҡарамайынса, пенсионер ҡатын үҙенең банк реквизиттарын ебәрә. Әммә уның төп хатаһы -телефонына килгән серле кодты ике тапҡыр мутлашыусыларға ебәреү. Һөҙөмтәлә, банк уға бүләк ебәрмәй, ә киреһенсә -  ул мутлашыусыларға 10 мең һум аҡсаһын “бүләк итә”.

Бынан алда ла ошондай уҡ хәлгә 67 йәшлек ҡатын тарый. Бер кемдең дә буштан ғына граждандарға аҡса таратмауы уны шикләндермәй. Социаль селтәрҙә аралашыу һөҙөмтәһендә 14 мең һум аҡсаһынан ҡолаҡ ҡағыуы тураһында полицияға хәбәр итә.

Был ике мутлашыу факты буйынса енәйәт эше асылған һәм тикшереүҙәр бара. Зыян күреүселәр хоҡуҡ һаҡсыларына был хәлдән үҙҙәренә фәһем алыуҙарын һәм артабан үтә иғтибарлы буласаҡтары тураһында белдерә.

Полиция граждандарға был осраҡтарҙы күҙ уңында тотоп, банктарҙың акциялары тураһында бөтә мәғлүмәтте уларҙың рәсми сайттарынан ҡарауҙарын һорай. Социаль селтәрҙәрҙе һәм мессенджерҙарҙы актив ҡулланыусыларҙың ташламалар һәм аҡса отоуҙары тураһында хаттар килгәндә иғтибарлы булыуҙары һорала.

 Гүзәл Дронова,

Белорет районы буйынса эске эштәр бүлеге.

Автор:Расима Салихова
Читайте нас: