Зыян күреүсе һүҙҙәренсә, эш көнө башланыр алдынан ул ғәҙәттәгесә үҙенең шәхси әйберҙәрен хеҙмәткәрҙәр өсөн бүлмәлә ҡалдыра. Бер аҙҙан уға аҡса кәрәк була, әммә янсығы урынында булмай. Ҡатын башта уны ниндәйҙер магазинда онотоп
ҡалдырғанмындыр, тип уйлай. Ләкин бер аҙҙан телефонына банк картаһы менән түләп әйбер һатып алыуҙары тураһында смс-тар килә башлай. Ханым шунда уҡ дежур бүлеккә һәм картаһын ябыуҙарын һорап банкка шылтырата.
Ваҡиға урынына килгән оператив-тикшереү төркөмө тиҙ арала уғрының эҙенә төшә. Ул быға тиклем дә законға бәйле проблемалары булған 30 йәшлек Баймаҡ районы кешеһе булып сыға.
Егет урындағы хоҡуҡ һаҡлаусыларға таныш була. Сөнки ошо көндәрҙә магазиндағы бәләкәй урлығы өсөн полиция бүлегенә килтерелеп, административ яуаплылыҡҡа тарттырыла.
Ғәйепләнеүсе һорау алыуҙа шәхси проблемалары буйынса Баймаҡ районының Түбә ауылынан килеүен,спиртлы эсемлек һатып алыр өсөнаҡсаһы булмауын бәйән итә. Магазиндарҙа урлашып ҡарауы уңышһыҙкилеп сыға.
Тикшереү версияһы буйынса, йәшкеше ҡала мунсаһына йыуыныр өсөн түгел, ә еңел табыш артынан бара. Ул мунсаға ингәс, хеҙмәткәрҙәр өсөн сисенеү бүлмәһенең асыҡ тороуын күрә.Унан ҡыҙыл төҫтәге аҡса янсығын эләктереп, тиҙерәк тайыу яғын ҡарай. Янсыҡтан 8 мең һум аҡсаны һәм банк картаһын ала ла, уны ситкә ташлай. Артабан яҡындағы магазинға инеп, спиртлы эсемлектәр, аҙыҡ-түлек, ҡояштан күҙлек һатып ала.
Йәш кешегә ҡарата Рәсәй Федерацияһының Енәйәт кодексының “Урлашыу” статьяһы буйынса енәйәт эше асылған. Енәйәт эшен тикшереү дауам итә.
Лилиә ҒАРИПОВА, юстиция капитаны, район буйынса эске эштәр бүлеге тәфтишсеһе.