Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
9 Сентябрь 2022, 10:33

Исемкәйе ташҡа уйылды...

Белем көнөндә Исмаҡай ауылы мәктәбендә Рәсәй хәрби көстәренең Украиналағы махсус операцияһы мәлендә һәләк булған Денис Сафинға таҡтаташ асылды.

Исемкәйе ташҡа уйылды...
Исемкәйе ташҡа уйылды...

Унда Үрге Әүжән ауыл хакимиәте башлығы Вячеслав Витушкин, Белорет һәм Межгорье ҡалаһы, Белорет, Бөрйән райондары хәрби комиссары, подполковник Айбулат Дәүләтбирҙин, Түңгәүер ырыуы республика советы ағзаһы Хафиз Иҙрисов, Денистың ата-әсәләре - Лилиә һәм Фәнис Сафиндар, туғандары, Исмаҡай ауылы халҡы, мәктәп уҡытыусылары, уҡыусылар йыйылды.

Мемориаль таҡта янында почетлы ҡарауылда мәктәп уҡыусылары торҙо. Сара Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының Дәүләт гимндары яңғырауы менән башланды. Батырҙарса һәләк булған ҡаһарман яҡташыбыҙ тураһында яҡты хәтирәләре менән Вячеслав Викторович, Айбулат Рәис улы, мәктәп директоры Ғәфифә Нәҡип ҡыҙы уртаҡлашып: “Үкенесле... Көсө, дәрте, йәшәү энергияһы ташып торған, киләсәккә оло маҡсаттар, пландар ҡороп йәшәгән иң яҡшы егеттәребеҙ һәләк була. Ата-әсәһен, туғандарын бер ниндәй ҙә һүҙҙәр менән йыуатып булмай. Ҡурҡыу белмәҫ, ауырлыҡтар алдында баҙап ҡалмаған герой тәрбиәләгәнегеҙ өсөн һеҙҙең алда баш эйәбеҙ. Денис тураһындағы яҡты хәтирәләр беҙҙең күңелдәрҙә мәңге һаҡланыр һәм беҙ уның менән һәр саҡ ғорурланасаҡбыҙ!” - тинеләр.

Артабан һүҙ алып барыусыларға бирелде: - Денис Сафин 1995 йылда Исмаҡай ауылында тыуған. 2011 йылда урта мәктәпте тамамлағас Учалы тау сәнәғәте колледжының “Электр ҡорамалдарҙы ремонтлау һәм хеҙмәтләндереү буйынса электромонтер” бүлегенә уҡырға инә һәм уны ҡыҙыл дипломға тамамлай. 2014-2015 йылдарҙа ил алдындағы хәрби бурысын үтәп ҡайтҡас, Белорет икмәк комбинатына һөнәре буйынса эшкә урынлаша.

2017 йылда Силәбе өлкәһенең Сыбаркүл ҡалаһындағы 90-сы танк дивизияһына өлкән механик-водитель булып контракт буйынса хәрби хеҙмәт килешеүе төҙөй. Яҡшы хеҙмәте өсөн 2018 йылда Рәсәй Федерацияһы Оборона министрлығының “Көнсығыш - 2018” хәрби күнегеүҙәренең миҙалы менән наградлана.

Беҙ, Украиналағы махсус операция мәлендә үҙҙәренең уландарын юғалтҡан барлыҡ әсәләр алдында баш эйәбеҙ. Ата-әсәләренә, туғандарына, уҡытыусыларына шундай герой тәрбиәләгәндәре өсөн рәхмәт белдерәбеҙ.
Яҡташыбыҙ, ауылдашыбыҙ Денис Фәнил улының ҡыҫҡа ғына ғүмере эсендә күрһәткән батырлығы беҙҙең барыбыҙ өсөн дә ҡаһарманлыҡ, бурыс һәм намыҫ дәресе булып торһон, - тине улар.

Таҡтаташты асыу хоҡуғы Денистың атаһы Фәнил Ғәли улы менән Айбулат Рәис улына бирелде. Унан һуң Украиналағы махсус операция барышында һәләк булған барлыҡ ир-егеттәр иҫтәлегенә бер минут тынлыҡ иғлан ителде. Сара мемориаль таҡта алдына сәскәләр һалыу менән тамамланды.

Автор:Расима Салихова
Читайте нас: