Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
16 Сентябрь 2022, 12:06

Гәзиткә яҙылырға онотмағыҙ!

Мѳхәрририәт 2023 йылдың беренсе ярты йыллығына һәм бер йылға яҙылыусылар араһында бүләктәр оттора башлай.

Гәзиткә яҙылырға онотмағыҙ!
Гәзиткә яҙылырға онотмағыҙ!

Хѳрмәтле гәзит уҡыусылар! Кемдәр "Урал"ға сентябргә тиклем генә яҙылған, ҡалған ѳс айға - октябрь, ноябрь, декабргә подпискағыҙҙы дауам итергә онотмағыҙ. Бының ѳсѳн 20 сентябргә тиклем почта бүлексәләренә, үҙ почтальондарығыҙға мѳрәжәғәт итегеҙ. Сѳнки 20-һенән һуң почта бүлексәләрендә гәзиткә яҙҙырыуҙы киләһе айҙың 1-нә тиклем ябалар һәм һеҙҙең октябрь айына гәзитһеҙ тороп ҡалыуығыҙ бар.

Гәзиткә яҙылыу хаҡы: 3 айға - 447 һум 75 тин. I һәм II тѳркѳм инвалидтарына ташламалар ҡаралған. 

Мѳхәрририәт 2023 йылдың беренсе ярты йыллығына һәм бер йылға яҙылыусылар араһында бүләктәр оттора башлай.

Беҙ һеҙҙең ѳсѳн кѳнкүрештә кәрәкле булған бик матур бүләктәр әҙерләнек. Лотерея уйынын аҙна һайын йыл аҙағына тиклем уйнатабыҙ. Кемдәр алданыраҡ яҙыла, бүләк отоу ихтималлығы ла күпкә юғары.

Гәзиткә яҙылып, квитанцияларығыҙҙың күсермәһен беҙгә ебәрегеҙ (ватсап аша ла мѳмкин). Беҙҙең адрес: 453500, Белорет ҡалаһы, Октябрҙең 50 йыллығы урамы 55/1, "Урал" гәзите, "Лотерея". Электрон почта: [email protected]

Лотерея уйынында ҡатнашырға теләгән һәм квитанцияларының күсермәһен ебәргән дуҫтарыбыҙға шундай үтенесебеҙ бар, һеҙҙең менән бәйләнешкә сығыу ѳсѳн хатҡа һалынған квитанцияғыҙҙа адресығыҙҙы, телефонығыҙҙы, исем-шәрифегеҙҙе тулы килеш күрһәтегеҙ.

Мѳхәрририәткә үҙегеҙ килеп, телефон аша ла яҙылырға мѳмкин. Гәзиткә яҙылып ярты йыл буйы рәхәтләнеп гәзит уҡырһығыҙ, шәп бүләк тә оторһоғоҙ!

МѲХӘРРИРИӘТ.

Автор:Расима Салихова
Читайте нас: