Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
16 Сентябрь 2022, 11:51

Тарихи хәтерҙе яңыртып...

Үткәнен онотҡан халыҡтың киләсәге лә өмөтһөҙ, тиҙәр. Эйе, тарихи хәтерҙе һаҡлау, тамырҙарҙы барлау, йәш быуынға еткереү - бөгөнгөнөң иң мөҡәддәс бурысылыр. Ошо изге маҡсатты күҙ уңында тотоп, Шығай ауылында 1812 йылғы Ватан һуғышының 210 йыллығына бағышланған “Беҙ - төньяҡ амурҙары вариҫтары” исемле семинар-практикум уҙҙы. Белорет район-ҡала башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты, Шығай ауыл хакимиәте, Шығай күп тармаҡлы ауыл клубы һәм муниципаль район мәҙәниәт идаралығы тарафынан ойошторолған фәһемле сараның тап Шығай ерендә тормошҡа ашырылыуы тиккә түгел: 1812 йылғы Рәсәй һәм Француз империялары араһындағы һуғышта был ауылдан байтаҡ кеше ҡатнашҡан. Улар араһында ҡыйыу яугирҙар - Бурансы Амангилдин, Абдулмәжит Ҡотломбәтов, Ҡужәхмәт Ғәликәев “Парижды алған өсөн” миҙалы менән бүләкләнгән.

Тарихи хәтерҙе яңыртып...
Тарихи хәтерҙе яңыртып...

Семинар-практикумға боронғо аҫаба башҡорт ерҙәре - Силәбе өлкәһенән хөрмәтле ҡунаҡтар: Һатҡы районының “Татар һәм башҡорт мәҙәни үҙәге” йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Флорида Буҙыева, Әйле ауыл биләмәһе башлығы Тамара Шуть, Межевой ҡала биләмәһе башлығы Николай Евдокимов, Һатҡы ҡалаһының “Йәйғор” татар-башҡорт сәнғәте халыҡ коллективы етәксеһе Гөлнәзирә Вәлиева, музыкаль етәксе Екатерина Додина, “Долмаш” татар-башҡорт сәнғәте халыҡ коллективы етәксеһе Рузидә Туҡтарова, Межевой ҡасабаһының “Ай моңдары” татар сәнғәте халыҡ коллективы етәксеһе Әлфиә Моҡатаева, Баҡал ҡалаһының “Йомағош” татар-башҡорт сәнғәте халыҡ коллективы етәксеһе Зөлфиә Хөснөтдинова, “Һатҡы эшсеһе” гәзите хәбәрсеһе Светлана Зайцева килде.

Көндөң тәүге яртыһында ҡунаҡтар Белорет ҡалаһы менән танышты. Уларҙы муниципаль район хакимиәте башлығы Андрей Иванюта, ҡала хакимиәте башлығы Кирилл Егупов, район-ҡала башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе Эльза Мөхәмәҙиева, район хакимиәтенең совет секретары Альберт Азаматов ҡаршыланы. Ҡаланың тарихи-крайҙы өйрәнеү музейында һаҡланған уникаль экспонаттар, тарихи ҡомартҡылар, һыу һурҙырғыс башняға, “Ҡайғырыусы әсә” һәйкәленә сәйәхәт ут күршеләрҙә онотолмаҫ тәьҫораттар ҡалдырҙы.

Шығайҙар ҡунаҡтарҙы ауылға ингән ерҙә - Ҡамшаҡ буйында оло хөрмәт менән ҡаршы алды. Райондың “Иҙел” халыҡ ҡурайсылар ансамбле башҡарған дәртле көйгә бейеп алғас, һәммәһе лә 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашҡан ҡаһарман яугирҙар - Бурансы Амангилдин, Абдулмәжит Ҡотломбәтов, Ҡужәхмәт Ғәликәев иҫтәлегенә һыбай уҡтан атыу асыҡ район турнирын тамаша ҡылды. Башҡорт егеттәренең уҡтай алға йомолған ат өҫтөндә мәргәнлектә һынашыуын барыһы ла оло ҡыҙыҡһыныу менән күҙәтте. “Иң мәргән уғатар” исемен Әбйәлил егете Нуриман Хәйруллин яулаһа, II урынға - Баймаҡ районынан Рәсих Йортбәков, III урынға Шығай ауылы бөркөтө Илназ Үҙәнбаев лайыҡ булды. Еңеүселәр Диплом һәм ҡиммәтле бүләктәр алып һөйөндө.

Шығай күп тармаҡлы ауыл клубы алдында “Гөлнәзирә” халыҡ фольклор ансамбле башҡарыуында йырлы сәләм, мәшһүр ҡурайсы Мөхәмәт Түлебаевтың ҡурай моңо, дәртле гармун көйҙәре, сихәтле ҡымыҙ халҡыбыҙҙың ни ҡәҙәр ҡунаҡсыл, ихлас, асыҡ күңелле булыуына йәнә бер инандырҙы.

Мәҡәләне тулыһынса гәзиттең 37-се һанында уҡырға мөмкин.

Автор:Нэркэс Сулейманова
Читайте нас: