Улар был изге эште тиҙ арала ойоштороп, халыҡҡа өлөшләтә мобилизацияға эләккән егеттәргә ярҙам йыйылыуы тураһында мөрәжәғәт итте. “Беренсе көндө бер-ике генә пакет әйберҙәр алып килһәләр, иртәгәһенә өҫтәлдәр тулы ине. Посылкаларҙың кемгә тәғәйенләнгәнлеген яҙып, ҡумталарға тултырыу менән хакимиәт хеҙмәткәрҙәре шөғөлләнде. Гуманитар ярҙамды шәхси эшҡыуар Роберт Вәлиев үҙ машинаһы менән егеттәргә алып барырға теләк белдерҙе һәм Туҡан ауыл хакимиәте, активистары, мобилизацияланған егеттәрҙең туғандары менән йыйылған ярҙамды Айҙар Айытбаев менән алып барҙы. Ил һағын һаҡлаусылар менән артабан да бәйләнеш тотасаҡбыҙ һәм киләсәктә лә ярҙам күрһәтербеҙ”, - ти ауыл хакимиәте башлығы Ринат Яныбаев.
- Егеттәребеҙгә ярҙам йыйыу иғлан ителеүен күргәс тә, уларҙың итектәре, сланцылары юҡлығын, йоҡлау өсөн махсус ҡапсыҡтар талап ителеүен белдем. Туҡан ауылы хакимиәте коллективы, ойошмалар, шәхси эшҡыуарҙар, “Дубрава” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте (директоры Михаил Селиверстов), “Туҡан” идара итеүсе компанияһы (етәксеһе Андрей Просолупов), Туҡан янғын һағы (етәксеһе - Александр Аверьянов), шәхси эшҡыуар Валерий Лисовский, депутаттар һәм ауыл халҡы егеттәребеҙгә әйберҙәр алыу өсөн аҡса бирҙе. Йыйылған суммаға йылы, һыу үткәрмәй торған итектәр, йоҡлау өсөн ҡапсыҡтар, фонариктарҙан алып гигиена әйберҙәренә тиклем һатып алдыҡ.
Шәхси эшҡыуар Дмитрий Дубровский Егәҙе һәм Туҡан ауыл хакимиәттәре егеттәренең һәр ҡайһыһына банка менән бал да һалды.
Был ылау һуңғыһы түгел. Әле шәхси эшҡыуар Гөлнара Абдуллина ирегеттәргә киләһе гуманитар ярҙамды магазинында йыя башланы”, - тип хәбәр итте Туҡан ауыл хакимиәте башлығы Әлфиә Сәмиғуллина.