Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ағзаһы, Миңлеғәле Шайморатов исемендәге ирекмәндәр отряды етәксеһе, Башҡортостан хәрби хәрәкәттәр ветерандарының төбәк йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Тимерйән Рәжәпов "Йөрәк йылыһы" тип аталған акция иғлан иткәйне.
“Акцияның ниәте булып, Украиналағы махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙарыбыҙға ойоҡ-бейәләйҙәр бәйләп, башҡа йылы кейем-һалым, әҙ булһа ла өй күстәнәсе
ебәрһәгеҙ, улар йөрәк йылыһын тойор ине. Оҙаҡламай һыуыҡтар башлана. Улдарыбыҙҙы һалҡындан ҡурсалап, хәлебеҙҙән килгән тиклем ярҙам ҡулы һуҙһаҡ ине. Әйберҙәргә ҡушып, матур һүҙҙәр менән хаттар, шиғырҙар яҙып ебәрһәгеҙ, һалдаттарыбыҙ уҡып ҡыуаныр, көс-ғәйрәттәре артыр ине. Яуҙағы егеттәребеҙ беҙҙең иғтибарға, йөрәк йылыһына бик тә мохтаж. Акциянан бер ауыл да, бер район-ҡала ла ситтә тороп ҡалмаҫ тип ышанам”, - тип изге сарала ҡатнашырға әйҙәне ул.
Муниципаль район хакимиәте башлығы Андрей Иванюта социаль селтәрҙәр аша Ҡазан ҡалаһында хәрби әҙерлек үткән, өлөшләтә мобилизацияланған райондаштарыбыҙға ошо акция сиктәрендә гуманитар ярҙам йыйылыуы тураһында иғлан иткәйне. Һөҙөмтәлә, район-ҡала халҡы, төрлө ойошма-предприятиелар, белем биреү ойошмалары, хакимиәттәр ярҙамы менән ике көн эсендә 200-ләп ир-егеткә - исемле һәм 300-ҙән ашыу дөйөм посылкалар йыйылды.
Әйберҙәр махсус исемлеккә ярашлы ҡабул ителде. Егеттәр өсөн тәғәйенләнгән итектәр, нәскиҙәр, бирсәткәләр, йылы кейемдәр, консервалар, сәй, тәмәке, гигиена кәрәк-яраҡтары, фонарҙар, ҡырынғыстар һәм башҡа бик күп әйберҙәр ҡап-ҡап булып өйөлдө. Ил һаҡсыларына балалар һәм туғандары, лицей-интернаттың шайморатовсылары хаттар яҙып алып килде. Уларҙың эстәлегендә күпселек имен-һау әйләнеп ҡайтыуҙарын теләгәндәр ине.
Шулай уҡ ағинәйҙәр ҙә был саранан ситтә тороп ҡалманы. Һалдаттарыбыҙға йылы ойоҡбаштар, бирсәткәләр бәйләп, Белоретҡа ебәрҙе.
Ике йөк машинаһына тейәлгән посылкаларҙы Ҡазанға илтергә Андрей Иванович та барҙы. Хакимиәттә әйберҙәрҙе ҡумталарға тултырырға һәм Ҡазандың уҡыу часында уларҙы машиналарҙан бушатырға, егеттәргә тәғәйен әйберҙәрҙе, кейемдәрҙе таратырға ҡаланың 1-се мәктәбе юнармиясылары һәм 20-се мәктәптең кадет класы уҡыусылары, педагогия колледжы студенттары ярҙам итте.
“Ярҙам итергә теләгәндәр шул тиклем күп булып сыҡты. Хатта ылау китер алдынан да хакимиәткә килеүселәр дауам итте. Берҙәм булыуығыҙ өсөн барығыҙға ла рәхмәт һүҙҙәрен еткерәм. Бындай тыл менән бер ниндәй ҙә махсус операция ҡурҡыныс түгел”, - тине Андрей Иванюта.