Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
9 Октябрь 2022, 13:20

Психологик ярҙам күрһәтергә әҙерҙәр

Илдә барған хәл-ваҡиғалар бер кемде лә битараф ҡалдырманы, уйҙарға, борсолоуҙарға һалды, һәр бер ғаиләгә уның касафаты ҡағылды. Көн һайын ишетелеп торған күңелһеҙ яңылыҡтарҙан һуң әлеге көндә хәүефһеҙлектә булғандар ҙа иртәгәһе көнгә ҡурҡыу аша һәм өмөтһөҙ ҡарай. Ҡыҙғанысҡа күрә, паникаға, депрессияға, апатияға бирелеүселәрҙең һаны көндән-көн арта. Эйе, тирә-яҡта стресс күбәйә бара. Был ауыр осорҙа үҙеңде нисек ҡулға алырға, үҙеңә һәм яҡындарыңа нисек ярҙам итергә тигән һорауҙар менән “Ғаилә” көнсығыш район-ара үҙәге психологы Линда ОРАЗМЕДОВА менән әңгәмәләштек.

Психологик ярҙам  күрһәтергә әҙерҙәр
Психологик ярҙам күрһәтергә әҙерҙәр

►Линда Салауат ҡыҙы, һуңғы ваҡытта урамда йылмайған кешене һирәк осратырһың...
►Эйе, билдәһеҙлек, аңлашылмаусанлыҡ осоронда йәшәйбеҙ. Беҙ был ваҡиғаға әҙер түгел инек һәм хәлдәр үтә киҫкенләшеп, тәрәнгә китер тип уйламаныҡ. Кешеләрҙең күпселеге барыһы ла тиҙ арала туҡтар, үтер, аңлашырҙар тип өмөтләнде... Был хәлде һәр кем үҙенсә ҡабул итә, сөнки һәр кешенең психикаһы үҙенсәлекле. Кемдер барыһын да күңеленә артыҡ яҡын ала, ҡайғыра, ә кемдер уны аңлап ҡабул итә һәм артыҡ хистәргә бирелергә тырышмай. Стресҡа тиҙ бирелеүсән, тотороҡһоҙ психикалылар ярһыусанға, үпкәселгә әйләнде, һәр кемдең күңелендә киләсәк өсөн ҡурҡыу тойғоһо хасил булды.

Бөгөнгө көндә өлөшләтә мобилизациялау күп кенә ғаиләләргә ҡағылды. Билдәле, уларҙың һәр береһендә балалар бар. Өлкәндәрҙән айырмалы рәүештә улар был хәлде бик ауыр ҡабул итә. Сөнки уларҙың психикаһы формалашып етмәгән, глобаль проблеманың айышын, ни өсөн килеп сыҡҡанын аңламайҙар. Был ваҡытта балалар эргәһендә ҡалған әсәйҙәрҙең, өләсәй-олатайҙарҙың ғаиләлә тыуҙырған атмосфераһы уларҙың кәйефенә тәьҫир итә. Әлеге көндә иң мөһиме - ғаилә ағзаларының бер береһен ҡурсалауы, терәк-таяныс булыуы, бер-береһенең кәйефенә, күңел торошона иғтибарлы булыуы мөһим. Атай кешене илебеҙҙе һаҡларға, яҡларға алып киткәндәр икән, балаларға был турала дөрөҫөн әйтегеҙ. Уны эшкә китте, Себерҙә һ.б. тип алдамағыҙ. Ватаныбыҙҙы һаҡлау - ир-егеттәрҙең
төп бурысы икәнлеген аңлатығыҙ.

Ни өсөн балаға дөрөҫөн әйтергә һуң? Әгәр балаға ялған мәғлүмәт еткергән осраҡта, ул дөрөҫлөктө ҡасан да булһа ситтән ишетәсәк. Был уның ҡурҡыу тойғоһоноң икеләтә артыуына һәм һаулығына кире тәьҫир итеүгә килтерә. Бала йә үҙ эсенә бикләнәсәк, йә агрессив, тотанаҡһыҙға әйләнәсәк, хатта үҙҙәренә ҡул һалырға ла мөмкиндәр.

Балаларҙың, үҫмерҙәрҙең мәктәпкә ниндәй кәйефтә китеүенә, ҡайтыуына ғына түгел, уларға ҡарата һәр ваҡыт иғтибарлы булырға, әңгәмәләшергә, аңлатыу эштәре алып барырға, ыңғай эмоциялар бирергә тырышырға, бергәләп саф һауала йөрөргә, яңы шөғөлгә ылыҡтырырға, бәләкәстәр менән бергәләп һүрәт төшөрөргә, уйнарға, китап уҡырға һ.б. кәрәк.

►Кешеләрҙә һуңғы ваҡытта агрессия артыуы ғәҙәти күренешме, әллә...
►Әлеге ваҡытта кешеләрҙә агрессия артыуы, эмоциональ тотороҡһоҙлоҡ барлыҡҡа килеүе нормаль күренеш. Был - ситуатив эмоция. Ҡайһы берәүҙәр был ваҡиғаны асыу, ярһыу аша үҙенә ҡабул итә һәм кемдәрҙелер ғәйепләргә, осраған бер кешегә бәйләнергә маташа... Кеше бит тере йән эйәһе, ул хис-тойғо кисерә, ауыртыуҙы тоя белә.

Әгәр, кемдер ҡайғыһынан илай икән, һин ныҡ, көслө булырға тейешһең, тип йыуатырға ашыҡмағыҙ. Туйғансы иларға ирек бирегеҙ. Сөнки күҙ йәштәре менән бергә күңелдәге ауырлыҡ сыға һәм бер аҙға булһа ла тыныслана. Бәғзе берәүҙәр иҫерткес эсемлектәр, наркотиктар ҡулланып, онотолорға, иллюзиялар менән йәшәргә ынтыла. Билдәле, был ваҡытлыса ғына рәхәтлек. Кешенең әлеге ваҡытта насар ғәҙәттәргә ылығыуына, йәки киреһенсә артыҡ эмоцияларҙан арынып, позитив энергия артынан спортҡа, йәки башҡа изге ғәмәлдәр ҡылырға ынтылырына уның эргә-тирәһен уратып алған кешеләр туранан-тура йоғонто яһай.

►Психолог булараҡ, халыҡҡа ниндәй кәңәштәр бирер инегеҙ?
►Ваҡиғаларҙы аңлап ҡабул итергә һәм тирә-яҡта паника тыуҙырмаҫҡа, мөмкин тиклем күңел тыныслығы һаҡларға, имеш-мимештәрҙе таратмаҫҡа, буш ваҡытты файҙалы шөғөлгә бағышларға кәрәк. Туғандар, олатай-өләсәйҙәр менән араны нығытырға, улар менән күберәк аралашырға тырышығыҙ. Ауыр хәлгә ҡалғандарға психологик ярҙам талап ителһә, улар менән беҙҙең “Ғаилә” үҙәге психологтары эшләргә әҙер. Беҙ, улар менән әңгәмәләшкәндән һуң, психологик һәм эмоциональ хәленә анализ яһағас, шәхси йәки дөйөм занятиеларға саҡырабыҙ. 

Әйткәндәй, һуңғы ваҡытта суицидтар һаны артыуы хәүефләндерә.Ауыр хәлдә ҡалған яҡындарығыҙҙың,эштәге коллегаларығыҙҙың, таныштарығыҙҙың хәл-торошона, кәйефтәренә,үҙҙәрен тотошона иғтибарлы булығыҙ,аралашығыҙ, һөйләшегеҙ, хәлегеҙҙән килгәнсә ярҙам итегеҙ. Стресс хәлендәге кеше туҡтауһыҙ ҡысҡырып көлөргә, йәки иларға, истерикаға, паник атакаларға бирелергә, йоҡоһоҙлоҡтан интегергә, һаташырға,  тын алышы боҙолорға, йөрәк, ашҡаҙан-эсәк ауырыуҙарына дусар булырға, ябығырға, хәлһеҙләнергә мөмкин. Психологик ярҙамға дусар булған таныштарығыҙҙы беҙҙең үҙәккә әйҙәгеҙ. Психологтарға мөрәжәғәт итеүҙең бер ниндәй ҙә зыяны ла, ояты ла юҡ. Стресс кешелә йылдар буйы дауам итеп, төрлө ауырыуҙарға килтереүе бар. Кеше күңелһеҙ ваҡиғаларҙың бары тик ваҡытлыса булыуын, уларҙың ҡасандыр бөтөүен аңларға һәм ҡабул итергә тейеш.

Психологик ярҙам алыу өсөн “Ғаилә” көнсығыш район-ара үҙәгенең 3-08-72 телефоны буйынса, эш көндәрендә ,иртәге сәғәт 9-ҙан киске 8-гә тиклем шылтыратырға мөмкин. Адресыбыҙ: Белорет ҡалаһы, Карл Маркс урамы, 46-сы йорт.
Шулай уҡ беҙ аноним рәүештә шылтыратыуҙар ҡабул итәбеҙ. Үҙәктең сайты, социаль селтәрҙәребеҙ аша ла һорауҙарға яуап бирәбеҙ.
Балалар, үҫмерҙәр һәм уларҙың ата-әсәләре өсөн берҙәм ышаныс телефоны: 8-800-2000-122 (шылтыратыу бушлай һәм бөтә Рәсәй халҡы өсөн аноним). Башҡортостан Республикаһының ышаныс телефоны:8 (800) 700-01-83. Балаларға һәм ата-әсәләргә психологик ярҙам телефоны:8-800-347-5000.
►Әңгәмәгеҙ өсөн ҙур рәхмәт, Линда Салауат ҡыҙы!

Автор:Расима Салихова
Читайте нас: