Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
27 Октябрь 2022, 16:47

Һәр һалдатҡа йөрәк һәм күңел йылыһы

Муниципаль район хакимиәтендә ҡаланың 1-се мәктәбенең IV класс уҡыусылары “Һалдатҡа хат” Бөтә Рәсәй акцияһына ҡушылып, илебеҙ һағындағы ир-егеттәргә хат яҙҙы.

Һәр һалдатҡа йөрәк һәм күңел йылыһы
Һәр һалдатҡа йөрәк һәм күңел йылыһы

Мария Кожевникова һалдаттарға ергә тыныслыҡ килеүен һәм уларҙың иҫән-имен әйләнеп ҡайтыуын теләп шиғыр яҙһа, Арина Ильичева: “Беҙҙең илебеҙҙе һаҡлаған ир-егеттәргә тыныс тормошобоҙ өсөн ҙур рәхмәт. Миңә әле Украина ерендә барған махсус операцияла ҡатнашҡандар бик йәл...” - ти ҡыҙ күҙ йәштәренә быуылып.

Уҡыусыларҙың һәр хатында тыуған илебеҙҙең триколоры, георгий таҫмаһы, тыныслыҡ символы - күгәрсен төшөрөлгән һәм һалдаттарыбыҙға саф йөрәктән сыҡҡан “Беҙ һеҙҙе көтәбеҙ”, “Имен-һау әйләнеп ҡайтығыҙ” тигән һүҙҙәр бар. Изге, матур теләктәр яҙылған хаттар шишәмбе көнө Пенза ҡалаһына гуманитар ярҙамға ҡушып ебәрелде.

- Ҡаланың 1-се мәктәбенең башланғыс класс уҡыусылары һалдаттарға хат яҙһа, ошо уҡ мәктәптең өлкән класс уҡыусылары уҡытыусылары менән берлектә мобилизацияланғандар өсөн әҙерләнгән посылкаларҙы тултырырға ярҙам итте. Һалдаттар өсөн гуманитар ярҙамды туғандары ла, сит-ят кешеләр ҙә, эшҡыуарҙар ҙа, төрлө ойошмалар ҙа, медицина, мәктәп, балалар баҡсалары коллективтары ла килтерҙе. Уларҙың барыһына ла муниципаль район хакимиәте исеменән ҙур рәхмәт белдерәм. Бөгөнгө көндә һалдаттарыбыҙ, тәү сиратта, медикаменттарға, шәхси гигиена әйберҙәренә, йылы ойоҡтарға, бирсәткәләргә, балаклаваларға мохтаж. Һалдаттарыбыҙ өсөн гуманитар ярҙам йыйыу дауам итә, - тине муниципаль район хакимиәте башлығының ижтимағи һорауҙар буйынса беренсе урынбаҫары вазифаһын ваҡытлыса башҡарған Татьяна Борисова.

Шулай уҡ шәхси эшҡыуар Роберт Вәлиев Егәҙе һәм Туҡан ауылы хакимиәттәре халҡы йыйған гуманитар ярҙамды үҙ машинаһында Ҡазан ҡалаһында хәрби әҙерлек үткән ир-егеттәргә алып барып тапшырып ҡайтты. Ул был изге ғәмәлде икенсе тапҡыр атҡара. Мобилизацияланғандарға Егәҙе мәктәбе уҡыусылары хаттар яҙып ебәрҙе. Балаларҙың изге теләктәре һынландырылған рәсемдәр, ил һаҡсыларыбыҙға яҡшы кәйеф, рух күтәренкелеге өҫтәр, тип ышанабыҙ.

Автор:Расима Салихова
Читайте нас: