Шиғырҙарым да тәүге тапҡыр "Урал" гәзитендә донъя күрҙе. Мәҡәләләр ҙә баҫтырғыланым һәм гәзиттең редакторы Ғәбделҡауый Ғарифуллин ике йыллап өгөтләп, минең ижади коллективҡа ҡушылып китеүемә сәбәпсе булды. Гәзит ул саҡта ике телдә сыға ине, шуға күрә урыҫса яҙышырға тура килде. Ауыл хужалығы һәм сәнәғәт бүлегендә тәжрибәле журналист Валентин Худовековтың мәҡәләләр өҫтөндә нисек эшләүе, төпкөл ауылдарға бер барыуҙа берәгәй материал туплап ҡайтып, һуңынан айҙар дауамында шуларҙы яңынан-яңы яҡтан берәмтекләп, гәзиттә яҡтыртыуы миңә лә үҙе бер мәктәп булды.
Йәйләүгә эш сәфәремдә юл фажиғәһенә осрауым да "Урал"да эшләгәндә булды. Коллективтың шул саҡтағы рухи ярҙамы өсөн дә рәхмәтлемен. Унан инде үҙгәртеп ҡороуҙар башланды, фекерҙәштәребеҙ менән гәзиттең башҡортса ғына сыға башлауына өлгәштек. Махсус журналист белеме, хатта ҡайһыларының ул саҡта әле юғары белеме лә булмаһа ла, хәбәрселәребеҙҙең ижад ҡеүәһе көслө ине, гәзиттең бер һанын да өҙмәй эшләп киттек. Телде яҡшы белеүҙәре бик мөһим ине, сөнки ул саҡта башҡорт телле әҙер журналистар юҡ ине бит. Артабан улар бик маһир ҡәләм оҫталарына әйләнделәр, Өфө матбуғатында ла күренеп торҙо лар, әлбиттә, гәзит уҡыусыларына уларҙың хеҙмәте яҡшы таныш.
Шул осорҙа бергә эшләгән йылдар өсөн Әминә апай Килдейәроваға, Зилә Абзаловаға, Фәриха Вәлиуллинаға, Сатура Минһажитдиноваға, Рәйлә Хилаеваға, Нәзилә Шәриповаға һәм һәммә йәштәргә оло рәхмәт, уларҙың һәр береһе тормошомда ниндәйҙер эҙ ҡалдырған.
Районда йыш була инек, хатта бәләкәй генә концерт номерҙары ҡуйып та уҡыусыларыбыҙҙың күңелен күтәрә инек.
Гәзитебеҙҙә шағир Дамир Шәрәфетдинов, хәҙер танылған тележурналист Гөлдәриә Йосопова менән уның тормош юлдашы Венер Йосопов та эшләп китте, ә радиожурналист Рәсүл Сәғитов радиолағы тәүге аҙымдарҙы "Урал" гәзитендә эшләгән осорҙа урындағы радиола яһаны.
Матбуғатта тәжрибәләре булған ветерандар Иншар Хәмитовҡа, Нәсибулла Ғүмәровҡа, Рамаҙан Мөхәмәҙиевҡа, Ғәбделкәбир Ғәлләмовҡа гәзиттең нығынып китеүенә индергән өлөштәре өсөн рәхмәтлемен. Өфөнән яҙыусылар Яныбай Хамматов, Тайфур Сәғитов та әҫәрҙәрен ебәреп торҙолар, был да гәзиттең абруйын күтәрҙе.
Өфөнән башҡа яҙыусылар ҙа килеп, районда осрашыуҙар үткәрҙе, республика матбуғатында район тормошон яҡтыртып торҙо.
Гәзитебеҙ сәйәси ваҡиғаларҙың уртаһында ҡайнаны, телебеҙҙең абруйын арттырыуға тос ҡына өлөш индерҙе.
Гәзитте гәзит иткән, йылдар дауамында урындағы хәлдәрҙе яҡтыртып торған ауыл хәбәрселәрен дә ихтирам менән иҫкә алам. Гәзитебеҙ башҡортса ғына сыға башлағас, йәш хәбәрселәр артты, уларҙың бер аҙы журналист булып китте, хәҙерге ваҡытта республика баҫмаларында ла исемдәре танылып өлгөрҙө.
Ғөмүмән, гәзиттә эшләгән йылдар ғүмеремдең бер ҡасан да онотолмаҫбер өлөшө булып тора. Коллегаларым менән ауыр, һынылышлы замандарҙа һынауҙарға бирешмәй, баҫмабыҙҙың киләсәген һаҡлап, яҡлап ҡалдыҡ. Үҙенең олпат юбилейын ҡаршыларға торған "Урал"дың киләсәге өмөтлө булһын, тигән теләктә ҡалам.
Гүзәл СИТДИКОВА,"Урал" гәзитенең 1989-1995 йылдарҙағы баш мөхәррире.