Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
28 Ноябрь 2022, 09:40

Боҙҙа һаҡ бул!

Беҙҙең күптәребеҙ йыл һайын ҡышты ҙур кинәнес менән көтөп ала. Балаларға һалҡын көндә боҙҙа конькиҙа, санала шыуыу, ә өлкәндәргә боҙ ҡаплаған йылға, быуа аша үтеү ҡыҙыҡлы. Ҡыш - мажараға бай осор. Шулай ҙа, хәүефһеҙлек тураһында оноторға ярамай!

Боҙҙа һаҡ бул!
Боҙҙа һаҡ бул!

Башҡортостан Республикаһы буйынса 2022 йылдың 15 ноябренә ҡарата һыу ятҡылыҡтарында110 кеше һәләк булған, шуларҙың 86-һы - ирҙәр, 13-ө - ҡатын-ҡыҙҙар һәм 11-е балалар. Урал аръяғы биләмәһендә 11 кеше, шул иҫәптән 1 бала ошо сәбәпле яҡты донъянан киткән.
Һәләк булғандарҙың күпселеген хеҙмәткә яраҡлы йәштәгеләр һәм ирҙәр тәшкил итә, бындай фажиғәләр йәйге осорҙа күп теркәлә. Әммә ләкин, ҡышҡы ваҡытта ла кешеләр бындай бәләгә тарый. 2022 йылдың көҙгө өс айында Башҡортостанда - 27,2021 йылда 5 кеше һыу ятҡылығында һәләк булған.
Был осорҙа үлем осраҡтарының төп сәбәбе булып - һыу ятҡылығында балыҡ тотҡанда, ныҡлап туңмаған боҙ аша үткәндә хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәмәү, ата-әсәләрҙең балаларын ҡарауһыҙ ҡалдырыуы тора. Ҡағиҙә буйынса, боҙ аша ышаныслы үтеү өсөн уның ҡалынлығы 10-12 сантиметр булырға тейеш!
Һыу ятҡылығында булған саҡта көрт баҫҡан урындарҙа һаҡ булығыҙ. Ҡар аҫтында боҙ яйыраҡ туңа һәм асыҡ урында боҙҙоң ҡалынлығы 10 сантиметр, ә ҡараҫтында 3 сантиметр ғына булырға мөмкин.
Йыш ҡына һыу буйҙарында заводтар урынлаша һәм улар эшкәртелгән йылы һыуҙы унда ағыҙыу сәбәпле, боҙ ирей. Шунлыҡтан, заводтарға яҡын ерҙә конькиҙа, санала шыуырға һәм был урынға яҡын барырға ярамай. Был турала бер ҡасан да онотмағыҙ!
Боҙ аша төркөм менән үткәндә бер-берегеҙҙән 5-6 метр арауыҡта атлағыҙ һәм алда барған кешегә ярҙам итергә әҙер булығыҙ.
Саңғы менән үткәндә, әҙер юлдан барыу хәүефһеҙ. Ул булмаған осраҡта, боҙға төшөр алдынан саңғыны элмәктәренән ысҡындырығыҙ, таяҡтарҙың бауын ҡул суғынан сығарып тотоғоҙ. Биштәр аҫҡанбулһағыҙ, уны бер яҡ яурынығыҙға ғына элегеҙ һәм таяҡтар ярҙамында боҙҙоң ныҡлығын тикшереп барығыҙ.
Һыу ятҡылығына шишмәләр һәм йылғалар ҡушылған ерҙә, шулай уҡ һыу шәп аҡҡан урындарҙа, йырындар барлыҡҡа килеү сәбәпле, ул тирәлә боҙ йоҡа була.
Балыҡ тотҡанда бер урында күп мәке уйырға һәмбер ергә күп кеше йыйылырға ярамай. Һәр балыҡ тотоусыға бер осона 400-500 грамлыҡ ауыр әйбер, икенсе осона элмәк бәйләнгән 12-15 метрлыҡ бау алырға кәрәк.
Балаларға таныш булмаған текә ярҙан шыуырға ярамай. Хатта алда боҙ ярылғанын, сатнағанын күргән хәлдә лә шыуғысты икенсе яҡҡа бороп, йәки туҡтатып булмай. Улар санала, конькиҙа боҙҙа шыуғанда өлкәндәрҙең эргәләрендә булыуы шарт.
Һыу ятҡылыҡтарында хәүеф-хәтәргә һәм бәләгә тарымаҫ өсөн, үрҙә яҙылған ҡағиҙәләрҙе теүәл үтәгеҙ! Боҙҙа һаҡ һәм иғтибарлы булығыҙ!
М. ХУЗҒӘЛИЕВ, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Ғәҙәттән ты хәлдәр буйынса министрлығының Урал аръяғы бүлеге дәүләт инспекторы.

Автор:Расима Салихова
Читайте нас: