Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
16 Август 2023, 16:51

Янсыҡ урлаған

Рәсәй Эске эштәр министрлығының район буйынса бүлегенә 66 йәшлек ир магазинда урланған банк картаһы менән түләгән билдәһеҙ кешене яуаплылыҡҡа тарттырыуҙы һорап мөрәжәғәт итә.

Янсыҡ урлаған
Янсыҡ урлаған

Ғариза биреүсе үҙенең банк картаһы ятҡан янсығын юғалтҡанын хәбәр итә. Пенсионер портмонеһын урамда саҡта кофта кеҫәһенән төшөп ҡалған тип фаразлай, әммә үҙ аллы эҙләүҙәр һөҙөмтә бирмәй. Банкка картаны ябырға килгәс, ир уның иҫәбенән кемдеңдер аҙыҡ-түлек магазинында 3 мең һумлыҡ әйбер өсөн түләнгәнен белә һәм шунда уҡ полиция бүлегенә ғариза яҙырға килә.

Оператив-эҙләү саралары һөҙөмтәһендә хоҡуҡ һаҡлаусылар урлашыуҙа ғәйепләнеүсенең Белорет районында йәшәгән 47 йәшлек ир булыуын асыҡлай. Ул табылған һәм полиция бүлегенә килтерелгән.

Быға тиклем бер нисә тапҡыр хөкөм ителгән ғәйепләнеүсе үҙ ғәйебен таный һәм енәйәт ҡылған көндө иҫерек булыуын, Ленин урамындағы йорт ихатаһында эскәмйәлә спиртлы эсемлектәр эсеүен һөйләй. Ул кофта кеҫәһенән янсығы ныҡ сығып торған, таяҡ тотҡан оло йәштәге ирҙе күрә. Портмоне юлда төшөп ҡалыуын һәм уны алырға өмөтләнеп, рецидивист зыян күреүсене эҙәрлекләй. Ҡыҙғанысҡа күрә, янсыҡ пенсионерҙың кеҫәһендә ҡала. Шул саҡта енәйәтсе күҙәтеүҙе дауам итә һәм ир менән фатирға тиклем тиерлек барып етә. Подъезға ингәс, хәстәрһеҙ оло йәштәге ирҙең ишеген бикләмәгәнен аңлай. Ваҡыт көтөп, ғәйепләнеүсе шым ғына фатирға инә, коридорҙа эленеп торған кофтанан аҡса янсығын сығара һәм шулай уҡ шым ғына кире сыға. Хужа был ваҡытта кухняла була һәм ҡараҡты күрмәй. Янсыҡта аҡса булмай, әммә унда банк картаһы ята. Ғәйепләнеүсе уның менән магазинда спиртлы эсемлектәр өсөн түләй.

Иргә торлаҡҡа законһыҙ инеп, банк картаһын урлау буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған. Бөгөнгө көнгә тикшереү тамамланған, рецидивистың артабанғы яҙмышын суд билдәләйәсәк.

Гүзәл Дронова, Район эске эштәр бүлеге хеҙмәткәре.

ФОТО:https://kemerovo.bezformata.com/listnews/koshelek-chtobi-kupit-rassadu/47222124/?amp=1

Автор:Расима Салихова
Читайте нас: